04:22 (UTC+5), 27 Октябрь 2014

Башҡортостан Президенты Әлшәй районында булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Әлшәй районында булды. Республика башлығы агросәнәғәт комплексы предприятиеларын һәм социаль объекттарҙы ҡараны.
Раевка ауылында Рөстәм Хәмитов «Раевка шәкәре» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сөгөлдөр ҡабул итеү пунктында һәм лабораторияла булды. Предприятие 1984 йылдан алып, республиканың Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бүздәк һәм Ауырғазы райондарының 150-ләгән хужалығын йәлеп итеп, шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү менән шөғөлләнә. Төп продукция төрҙәре иҫәбендә — шәкәр ҡомо, патока, малсылыҡ өсөн ҡиммәтле аҙыҡ булып иҫәпләнгән ҡоро һәм гранулалы һығынды.
Предприятиеның генераль директоры Сергей Байғужин хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта 285 мең тонна сөгөлдөр алынған, 132 мең тоннаһы эшкәртелгән. Тәүлек һайын завод 3200 тонна татлы тамыраҙыҡ һәм 700 тонна сей шәкәр ҡамышы эшкәртә. Әҙерләмә буйынса йыллыҡ план – 380-400 мең тонна тамыраҙыҡ.
Быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрө буйынса уртаса уңыш былтырғыға ҡарағанда түбәнерәк һәм гектарынан 254 центнер (былтыр – гектарынан 350 центнер) тәшкил итә. Әммә шәкәрлелек дәрәжәһе уртаса 17,02 процент тәшкил итә. Әлшәй районында шәкәрлелек кимәле рекорд күрһәткестәргә — 18-19 процентҡа тиклем етә.
- Әгәр быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы кәмерәк, ә шәкәрлелек дәрәжәһе юғарыраҡ булһа, әҙер шәкәр ауырлығы буйынса уҙған йыл менән сағыштырмаса күп юғалтманыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Бөгөнгә «Раевка шәкәре» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте шәкәр алыу күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙең 59 шәкәр заводы араһында 19-сы урынды биләй. Элегерәк предприятие тәүге ун предприятие исемлегенә инде, әммә көнәркәштәр модернизациялауҙы әүҙемерәк үткәрә башланылар. Завод шулай уҡ ҡорамалдарҙы яңыртыуҙы талап итә, ул технологик юғалтыуҙарҙы бөгөнгө 3 проценттан 0,4 процентҡа тиклем кәметергә һәм тейешенсә табышты арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
— Әлшәй районы – яҡшы, көслө, ныҡ район. Уны, быйыл яҡшы эшләгән, шәкәр предприятиелары шулай итә. Улар 400 мең тонналап сөгөлдөр эшкәртә, 300 мең тоннаһы – зыянһыҙ эшләү кимәле, тағы ла 100 меңе уларға яҡшы төшөм һәм артабан модернизациялау өсөн мөмкинлектәр бирәсәк, — тип айырып әйтте республика башлығы.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика