09:34 (UTC+5), 22 Октября 2014

Рөстәм Хәмитов: «Ҡырғыҙстан бизнесы һәм предприятиелары менән һөҙөмтәле мөнәсәбәттәргә ниәтләнгәнбеҙ»

БР Президенты матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡырғыҙстан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Президенты Марат Шаршекеев менән осрашыуы уҙҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Сентябрҙә республика делегацияһының Ҡырғыҙстанға сәфәре барышында Марат Шаршекеев Өфөгә килергә саҡырыу алғайны.
Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен һәм перспективаларын тикшерҙе.
- Бизнес, сәнәғәт предприятиелары, власть органдары араһында бәйләнештәр булдырыу өлөшөндә етди ниәтләнгәнбеҙ. Яҡын ваҡыт эсендә мәҙәни алмашыу ойошторасаҡбыҙ. Логистика, тауарҙарҙы күсереү менән бәйле эре проекттар буйынса эш башлайбыҙ, таможня хеҙмәттәре менән эш алып барабыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Ҡырғыҙстан бизнесы һәм предприятиелары менән иң тығыҙ һәм һөҙөмтәле мөнәсәбәттәргә ниәтләнгәнбеҙ.
Марат Шаршекеев Ҡырғыҙстандың республикалар араһында һөҙөмтәле сауҙа хеҙмәттәшлеген көйгә һалырға теләүен билдәләне:
- Сауҙа ғына түгел, ә туғандаш мөнәсәбәттәрҙе лә. Баш ҡалаларҙы туғандаш итеүгә, авиация рейстары асыуға тиклем, сөнки бизнесмендарҙың осрашыу логистикаһы мөмкин тиклем ҡыҫҡа булырға тейеш, — тине Ҡырғыҙстан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы.
Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Президенты Юрий Пустовгаров төп үҙ-ара эш йүнәлештәре иҫәбендә ауыл хужалығы техникаһы импортын, Ҡырғыҙстанда бал етештереүҙе үҫтереүҙе, шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә төбәктәрҙең һәм бизнестың үҙ-ара эш итеүе өсөн майҙансыҡ булдырыуҙы атап үтте.
Бөгөнгө көнгә республиканың БДБ илдәре менән тышҡы сауҙа тауар әйләнешендә Ҡырғыҙстандың өлөшө 14,7 процент (4-се урын) тәшкил итә. 2013 йылда сауҙа күләме 224,2 миллион доллар тәшкил итте, өҫтәүенә был сумманың 99 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Башҡортостандың Ҡырғыҙстанға һатҡан төп тауарҙары иҫәбендә — нефть продукттары (дөйөм экспорт күләменән 94,5 процент), шулай уҡ химия, ағас эшкәртеү, металлургия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукциялары. Республикаға электр лампалар, мамыҡ ептәр, йөн һәм йәшелсә индерелә. Башҡортостан иҡтисадында тупланған, Ҡырғыҙстандан инвестициялар күләме 2013 йыл аҙағына 1,7 млн доллар тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика