04:54 (UTC+5), 16 Октября 2014

Рөстәм Хәмитов Венгрияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Шандор Молнари менән осрашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 15 октябрҙә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов Венгрияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Шандор Молнари менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов, «Венгрия беҙҙең өсөн һәр саҡ стратегик уҙаҡташ булды. Һеҙҙең илегеҙ менән предприятиеларыбыҙҙың, бизнесыбыҙҙың тауар әйләнеше бик ҙур – миллиард ярымдан ашыу. Был һан уҙған йылдыҡы. Ул күбеһенсә беҙҙең экспорттан килеп сыға – 99 процент, һәм бер аҙ һеҙҙән тауарҙар һатып алабыҙ. Иҡтисади мөнәсәбәттәребеҙ тәрәнәйһен, республикабыҙ бизнесы һеҙҙең илегеҙ бизнесы: эре генә түгел, урта һәм кесе бизнес менән эшләһен өсөн тырышабыҙ, - бындай мөнәсәбәттәрҙе нығытыу беҙҙең өсөн бик мөһим», тип билдәләне.
Башҡортостан ауыл хужалығы өлкәһендә лә Венгрия менән эш алып барырға әҙер.
- Беҙ иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм, һис шикһеҙ, мәҙәни бәйләнештәр өлөшөндә лә етди эшкә ниәтләнгәнбеҙ. Бындай төр эш өсөн тәүшарттар бар. Нигеҙ бар, уны артабан да үҫтерергә теләйбеҙ, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Венгрияның Генераль консулы үҙ сиратында, Екатеринбургтағы консуллыҡ иҡтисади, сауҙа, мәҙәни, туристик бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү өҫтөндә эшләй, тип билдәләне.
- Киләһе йылдан алып генераль консуллыҡ һеҙҙең менән күршеләш – Татарстанда, Ҡазанда эшләй башлауын теләйбеҙ. Бөтә булған формаль процедураларҙың уңышлы тамамланыуына ышанам –бәйләнештәребеҙ хәҙер Екатеринбургтан кураторлыҡ иткәнгә ҡарағанда тығыҙыраҡ буласаҡ, — тине Шандор Молнари.
Консулдың әйтеүе буйынса, киләһе йылда Венгрияның ауыл хужалығы министры Фазекаш әфәнде Рәсәйгә килергә планлаштыра, атап әйткәндә, Башҡортостанға, Татарстанға һәм Чувашияға.
- Уның килеүе үҙа-ара отошло проекттар әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк тип уйлайым, — тип өҫтәне Шандор Молнари.
Осрашыуҙың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика