09:57 (UTC+5), 14 Октября 2014

Өфө һәм Бешкәк ғалимдары Украина көрсөгөнөң Ҡырғыҙстандағы интеграция процесына тәьҫирен өйрәнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында «Украина көрсөгөнөң Ҡырғыҙстандағы интеграция процесына тәьҫире» халыҡ-ара видеоконференция уҙасаҡ. Ойоштороусылар – «Самрау» Евразия үҙәге, БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институты, Ҡырғыҙстан Республикаһында (Бешкәк) Бойондороҡһоҙ Илдәр Эштәре, сит илдәрҙә йәшәғән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар бәйләнештәр буйынса федераль агентлыҡ (Россотрудничество) Вәкиллеге, «Берлек-Единство» Геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге (Өфө).
Конференцияла ҡатнашыусылар ағымдағы геосәйәси хәлде һәм эске хәүефһеҙлек ҡурҡынысын бөтөрөү буйынса Ҡырғыҙстан өсөн әҙерләнгән эксперт кәңәштәрен өйрәнәсәк. Политологтар алдында дискуссия барышында йәмғиәттәге геосәйәси ҡаршылаш һәм деструктив көстәр яғынан мәғлүмәти стабилһеҙлеккә ҡаршы тороу алгоритмы әҙерләү бурысы тора. Шулай уҡ ғалимдар Украина сценарийы миҫалы сифатында илдең емерелеүен Ҡырғыҙстанда бындай хәлдең үҫешен иҫкәртеү маҡсаты менән тикшерергә тырышасаҡ. Эксперттар Евразия интеграцияһы формаларын һәм нигеҙҙәрен: иҡтисади, мәҙәни, мәғариф һәм миграция аспекттарын ҡараясаҡ, шулай уҡ Украина көрсөгө ҡарашынан Башҡортостанда йәмғиәттең фекерен һәм сәйәси факторҙар ҡарашын тикшерәсәк.
16 октябрҙә үтәсәк телекүперҙә Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан политологтары, философтары, социологтары, иҡтисадсылары һәм журналистары ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика