09:27 (UTC+5), 24 Сентября 2014

«Берҙәм Рәсәй» Башҡортостан бүлексәһе сәйәси советының президиумы һайлау кампанияһына йомғаҡ яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы Президиумы ултырышында уҙған һайлау кампанияһына йомғаҡ яһалды.
- Бик ҙур эш башҡарылды, беҙ һәр һайлаусыға тиерлек барып еттек, — тип һөйләй «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Һайлауҙарға сыҡҡан программа халҡыбыҙҙың ихтыяжын һәм өмөтөн сағылдыра һәм иртәгәге көнгә йүнәлгән, ул аныҡ һәм ғәмәлдә үтәлерҙәй. «Берҙәм Рәсәй»ҙең кадрҙар потенциалы положениелағы бөтә программаларҙың мотлаҡ рәүештә тормошҡа ашырыласағы тураһында һөйләргә нигеҙ бирә. Һайлауҙарҙа участкаларға һайлаусыларҙың ҙур ағымын күҙәттек һәм Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың һис шикһеҙ еңеүе халыҡтың партияға ышаныс белдереүе тураһында һөйләй. Һәм был беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.
«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Рәмзил Ишсариндың фекере буйынса, хәҙерге донъяла власть асыҡ булырға тейеш.
- Был йүнәлеште төрлө яҡлап үҫтерәсәкбеҙ, — тип һөйләй Рәмзил Ишсарин. — Беҙ һайлаусыларыбыҙҙың өмөттәрен аҡлап ҡалырға ғына түгел, ә йәмғиәт менән даими рәүештә, көн һайын диалогта булырға тейеш.
Президиум ултырышы барышында партияның «Рәсәй әсәләре» бөтә Рәсәй хәрәкәте төбәк бүлексәһе һәм шәкәр диабеты менән ауырығандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы ике килешеүгә ҡул ҡуйылды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика