03:55 (UTC+5), 18 Сентября 2014

Рөстәм Хәмитов Владимир Путиндың Рәсәй төбәктәренә яңынан һайланған етәкселәре менән осрашыуҙа ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 сентябрҙә Кремлдә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Рәсәй төбәктәренә яңынан һайланған етәкселәре менән осрашыуҙа ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. 14 сентябрҙә уҙған һайлауҙар һөҙөмтәләре һәм алдағы эш пландары тикшерелде.
- Һайлауҙар лайыҡлы кимәлдә уҙҙы. Уларҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла: һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәренә, партияларға, бойондороҡһоҙ күҙәтеүселәргә рәхмәтемде белдерәм, — тине Владимир Путин.
Рәсәй Президенты яңы һайланған төбәк етәкселәрен һайлауҙарҙа еңеүҙәре менән ҡотланы һәм алдағы эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләне.
- Иң мөһим һөҙөмтә – ул йәмғиәттең төрлө ҡаршылыҡтар алдында үҙенең берләшә алыуын күрһәтеү. Билдәләп үтергә кәрәк, милли мәнфәғәттәребеҙҙе яҡларға әҙер булған, дәүләтебеҙҙе үҫтереү һәм нығытыу яҡлы сыҡҡан сәйәси көстәр генә хуплау тапты, — тип билдәләне Владимир Путин.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика