06:55 (UTC+5), 16 Сентября 2014

Рөстәм Хәмитов ашығыс ярҙам акцияһы тураһында: «Һис бер аслыҡһыҙ позитивҡа йүнәлеш алғанбыҙ»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рөстәм Хәмитов үткән көндө журналистар өсөн ойошторолған брифингта Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы эргәһендә барған хәлгә үҙ ҡарашын белдерҙе.
- Ай ярым элек ризаһыҙлыҡ белдереүҙәрҙең тәүге тулҡыны булды. Яуап ҡайтарҙыҡ, эш хаҡын күтәрҙек, ашығыс ярҙам станцияһында булған менеджмент, идаралыҡ менән эште асыҡланыҡ, — тип һөйләне республика етәксеһе. — Бынан тыш, Өфө ҡалаһы ашығыс ярҙам станцияһын ҡала идаралығынан республиканыҡына күсереүҙе ҡарарға ҡуштым. Был бөтә проекттар ҙа миңә күрһәтеләсәк.
Рөстәм Хәмитовтың фекере буйынса, медицина хеҙмәткәрҙәренең аслыҡ иғлан итеүҙәре «ул билдәле кимәлдә беҙ алып барған эшкә тап килмәгән яуап».
- Бының артында сәйәсәт, политиканлыҡ тормауын асыҡларға кәрәк әле. Һис бер аслыҡһыҙ позитивҡа йүнәлеш алғанбыҙ. Беҙ был коллективта яҡшы эш мөхите булдырырға тейеш. Аслыҡ иғлан итеү – ул үҙ ризаһыҙлыҡ белдереүҙең насар алымы, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Хатта бындай эш режимында ашығыс ярҙам станцияһына иғтибарҙы йәлеп итһәләр ҙә, бынан һуң коллективта бик күп кенә үҙгәрештәр булды. Артабан да шулай уҡ булырына ышанам. Әммә аслыҡ – ул сара түгел. Ул янауға, ҡурҡытыуға оҡшаған. Был дөрөҫ түгел.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика