04:44 (UTC+5), 14 Сентября 2014

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты Өфөлә 2015 йылдың 9–10 июлендә үтәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 12 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Дүшәнбелә (Тажикстан Республикаһы) Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында, Рәсәй Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы рәйесе функцияларын үтәүгә бөтә етдилек менән ҡарай, тип белдерҙе.
- Рәйеслек итеү осоронда төрлө кимәлдәге йөҙләгән сара үткәрергә планлаштырабыҙ, уларҙың иң мөһиме – 2015 йылдың 9–10 июлендә Өфө ҡалаһында үтәсәк, Рәсәйҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары саммиты буласаҡ.
Уның әйтеүе буйынса, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәйҙең рәйеслегенең өҫтөнлөктәре араһында – ойоштороу ролен һөҙөмтәле төбәк хәүефһеҙлеге механизмы булараҡ нығытыу, күп яҡлы эре иҡтисади проекттарҙы эшләтеп ебәреү, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе тәрәнәйтеү, көнүҙәк төбәк һәм глобаль мәсьәләләргә дөйөм алымдар әҙерләү.
- Әҙерлек өлөшөндә беҙҙә барыһы ла планға ярашлы бара. Саммитарҙы бөтөнләй тыныс ҡабул итәсәкбеҙ һәм яҡшы итеп үткәрәсәкбеҙ. Был сараның бик ҙур яуаплылыҡ йөрөтөүен, ҙур эш икәнлеген һәм уға күп көс һалырға тура киләсәген аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов Дүшәнбелә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы идаралығы ултырышының аҙағында.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитынан һуң Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан президенттары һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе документтар пакетына, шул иҫәптән Дүшәнбе декларацияһына ҡул ҡуйҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика