11:49 (UTC+5), 11 Сентября 2014

Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстанда I Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының асылыуында ҡатнашты

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов, Чолпон-Ата ҡалаһында (Ҡырғыҙстан Республикаһы) Ысыҡкүл ярында уҙғарылған, I Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының асылыуында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Быйыл Уйындар тәүге тапҡыр уҙғарыла. Биш көн дауамында Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Монголия, Ҡырғыҙстан, АҠШ, Көньяҡ Кореянан һәм Рәсәйҙең ун төбәгенән спортсылар туғыҙ төрлө милли спорт уйындарында ярышасаҡ.
Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостандың ете спортсыһы сығыш яһай. Улар билбауҙа милли көрәш уйынында призлы урындарға көрәшә.
- Миңә бөтә нәмә лә бик оҡшай, бөтә лайыҡлы, — тине Рөстәм Хәмитов, Уйындарҙы асыу тантанаһында. — Уртаҡ тамырҙарға эйә булған күсмә халыҡтар йыйылһын, осрашһын, милли спорт төрҙәрендә ярышһын өсөн Бындай Уйындарҙы үҙебеҙҙә Башҡортостанда ла үткәрһәк яҡшы булыр ине тип уйлайым. Был бик ҡыҙыҡлы, дөрөҫ, яҡшы идея.
1 из 22
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика