06:59 (UTC+5), 11 Сентября 2014

Рөстәм Хәмитов Дүшәнбелә Тажикстандың Премьер-министры Кохир Рәсулзада менән осрашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 10 сентябрҙә Дүшәнбелә (Тажикстан Республикаһы) Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың Тажикстан Республикаһы Премьер-министры Кохир Рәсулзада менән осрашыуы уҙҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Кохир Рәсулзаданың фекере буйынса, Тажикстан менән Башҡортостандың «бергәләп эшләй, уртаҡ предприятиелар булдыра алырлыҡ күп кенә мәсьәләләре бар. Был ике яҡҡа ла файҙа килтерәсәк». Ул, Өфөлә үтәсәк, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының киләһе саммитын республиканың «бик юғары кимәлдә» уҙғарыуына ышаныс белдерҙе, шулай уҡ Башҡортостан етәксеһенә «Өфөлә Тажикстандың генераль консуллығына күрһәтелгән булышлығы өсөн» рәхмәт әйтте. «Ул беҙҙең өсөн бик мөһим. Был ярҙамығыҙҙы баһалайбыҙ», тип билдәләне Тажикстан Республикаһы Премьер-министры.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан делегацияһының Тажикстанға бер нисә маҡсат менән килеүен билдәләне.
- Беренсенән. Шанхай хеҙмәттәшлек илдәрен ҡабул итеү юҫығында нисек эшләүегеҙҙе ҡарайһы бар. Өйрәнерлек урындар байтаҡ. Барыһы ла яҡшы итеп ойошторолған. Минең хеҙмәттәштәрем бөтә нимәне тиерлек: ҡунаҡтарҙың ҡайҙа урынлашыуын, нисек ҡаршы алыуҙарын, саммиттарҙың ҡайҙа уҙасағын теркәп бара. Был беҙҙең өсөн яҡшы мәктәп. Бик ҙур рәхмәт. Икенсенән. Моғайын, ул иң мөһим һорауҙыр. Иҡтисадта мөнәсәбәттәребеҙҙе көсәйтергә теләйбеҙ. Ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса ғына түгел. Рәсәй Федерацияһын һәм Башҡортостанды емеш-еләк, йәшелсә менән тәьмин итеү йүнәлеше буйынса ғына түгел. Берләштерелгән предприятиелар булдырыу тураһында уйлаштырырға теләр инек. Тажикстан һәм Башҡортостан бизнесы араһында әйләнеш 65 миллион доллар тәшкил итә. Ул күп түгел. Бындай эшмәкәрлекте арттырырға мөмкин булған урындарҙы ҡарарға кәрәк. Беҙҙә ҡыҙыҡлы предприятиелар; авиация, вертолет, машина эшләү кеүек продукциялар бар, — тине республика башлығы.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика