Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.36
+0.09
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Сентябрь 2014, 10:05

Дүшәнбелә ШОС саммиты асыла: эксперттар прогноздар яһай

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Игорь Савельев/. Кесе йома, 11 сентябрҙә, Тажикстандың баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының ике көнлөк саммиты асыла. Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан дәүләттәр башлыҡтары, шулай уҡ ҡайһы бер күҙәтеүсе-дәүләттәр һәм уҙаҡташ-илдәр башлыҡтары ҡатнаша. Саммит һуңында, 12 сентябрҙә, ойоштороуҙа рәйеслекте Рәсәй ҡабул итәсәк, ә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының киләһе саммиты 2015 йылдың июлендә Өфөлә үтәсәк.
Эксперттар һәм күҙәтеүселәр көн тәртибенең ғәҙәттәге темаларына Украиналағы проблемалы хәлде тикшереү ҙә инәсәк тигән фекергә килә, моғайын, ул саммит аҙағында ҡабул ителәсәк декларацияла ла сағылыш табасаҡ. Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төп иғтибар донъяла уның ролен ойоштороу һәм нығытыу сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҫтереү мәсьәләләренә бүленәсәк. Шулай уҡ Рәсәй делегацияһындағы сығанаҡтар киң мәғлүмәт сараларына Дүшәнбелә уртаҡ проекттарҙы һәм киләсәктә ойошманың потенциалын киңәйтеүҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн ШОС илдәренең финанс институтын булдырыуға фекер алышасаҡтары тураһында хәбәр итте.
«Берлек» (Өфө) Геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге эксперты профессор Дмитрий Михайличенко «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән Дүшәнбеләге ШОС саммитында көн тәртибендәге мөһим мәсьәләләрҙе нисек күреүе тураһында уртаҡлашты. Уның фекеренсә, форумда ҡатнашыусылар, тәү сиратта – Рәсәй һәм Ҡытай вәкилдәре, төп иғтибарҙы хәүефһеҙлек секторын нығытыуға бүләсәк. «Көнбайыштың ысын баҫҡынсылыҡ сәйәсәте Рәсәй һәм Ҡытай кеүек ҡеүәтле дәүләттәрҙе көстәрен берләштерергә мәжбүр итә һәм уларҙы бер-береһе менән осрашырға этәрә» – тип иҫәпләй эксперт. Дмитрий Михайличенко менән интервьюны «Детально» бүлегендә уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: