Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Сентябрь 2014, 12:30

Стәрлетамаҡта Башҡортостан муниципаль берәмектәренең V съезы бара

ӨФӨ, 2014 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан муниципаль берәмектәренең V съезы Стәрлетамаҡта үҙ эшен башланы. Форум эшендә республиканың бөтә урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ федераль дәүләт власы органдары етәкселәре һәм Рәсәй Федерацияһының баш субъекттарының вәкилдәре ҡатнаша.
Съезда 2014 йылдың 27 майындағы «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыусы (вәкиллекле) һәм башҡарма дәүләт власты органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы Федераль закондың 26.3 статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» 136-сы Федераль закондың һәм «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы Федераль закондың положениеларын республикала тормош ашырыуҙы тикшереү, отчет-һайлау сараларын уҙғарыу һәм 2015-2016 йылдарға урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү күҙаллана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Муниципаль берәмектәр съезы «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының юғары идара итеү органы булып тора һәм ике йылға бер тапҡыр саҡырыла.
Читайте нас: