05:57 (UTC+5), 05 Сентября 2014

Республика етәксеһе: «Беҙгә сәнәғәт производствоһын үҫтереүҙә башҡа динамика кәрәк»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төрлө етештереү тармаҡтарында эре кластерҙар булдырыу юлы менән сәнәғәт производствоһы үҫешен тиҙләтергә мөмкин. Был турала 4 сентябрҙә Өфөлә уҙған Волга буйы федераль округы Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзының төбәк бүлексәләре Координация советының киңәйтелгән ултырышында Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Ултырышта Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы президенты Александр Шохин ҡатнашты. «Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында»ғы федераль закон проекты һәм төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен формалаштырыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
Сәнәғәт сәйәсәте тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, бөгөнгөгә ҡарағанда производствоны тиҙерәк үҫтерергә мөмкин, тип билдәләне.
- Әгәр нефть химияһы комплексы предприятиеларын берләштерһәң, сәнәғәт продукцияһы күләмен 20-30 процентҡа арттырыр инек. Бының өсөн бер нимә лә: яңы заводтар төҙөргә лә, яңы сәнәғәт сәйәсәтен алып барырға ла кәрәкмәй. Беҙ шунда уҡ синергик эффектҡа эйә булыр инек, сәнәғәт производствоһы күләмен арттырыр инек, — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика