04:33 (UTC+5), 22 Августа 2014

Рөстәм Хәмитов «Мин – граждан» йәштәр форумы ҡатнашыусылары менән осрашты

Розалия Вәлиева
Рөстәм Хәмитовтың «Мин – граждан» V йәштәр форумы ҡатнашыусылары менән осрашыуы Бәләбәй районында, «Аҡсарлаҡ» балаларға белем биреү үҙәгендә уҙҙы.
Форумға 500-ҙән ашыу кеше килгән. Форумдың маҡсаты – йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен, бизнес һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшереү. Ҡатнашыусылар «Йәштәр эшҡыуарлығы», «Йәмәғәт контроле», «Мин — ирекмән», «Мин спортты һайлайым», «Арт-квадрат», «Инфопоток», «Дини нигеҙҙәр» кеүек профилле майҙансыҡтарҙа шөғөлләнә.
- Заманалар ябай түгел. Беҙгә үҙебеҙҙең бөтә «фекерләү эшмәкәрлеген» илебеҙ, иҡтисад эргәһендә барған ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын табыу өсөн тупларға тура килә, — тип мөрәжәғәт итте форумда ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов. — Донъя иҡтисады үҙен эҙмә-эҙлекле тотмай. 2008-2009 йылдарҙағы көрсөк күренештәре артта ҡалған һымаҡ тойола ине. Был улай түгел. Ҙур иҡтисади үҫеш юҡ. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында иҡтисади үҫеш ҙур түгел. Сәнәғәт производствоһы индексы 102 процент самаһы. Ул бик күп түгел, беҙ 5-7 процентҡа иҫәп тотҡайныҡ, әммә улай килеп сыҡмай. Килеп сыҡмай, сөнки баҙарҙар ҡыҫыла, бөгөнгө иҡтисади хәл, башҡа үҫеш варианттарына ҡарағанда, стагнацияға яҡын. Шул уҡ хәл илдә лә бара. Беҙгә икенсе төрлө үҫеш парадигмаһы, хәлебеҙҙе ҡайтанан ҡарау кәрәк. Берҙәй хәл итеү ысулдарын табып, иҡтисади хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрһен өсөн тейешенсә эшләү мотлаҡ.
Йәштәрҙең әүҙемлеге, динамика, һеҙҙең ҡеүәтле эшегеҙ кәрәк. Һеҙҙең потенциалығыҙ ысынында иһә ил үҫешенә йәлеп ителмәгән әле. Һеҙ лидер булырға тейеш.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика