06:57 (UTC+5), 21 Август 2014

Башҡортостанда планлы-баҙар иҡтисады элементтары үҫешәсәк

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостанда иҡтисадты булдырыуға планлы-баҙар алымы варианттары индереләсәк. Был хаҡта Рөстәм Хәмитов «Эксперт» журналына интервьюла һөйләне.
- Беҙ республикабыҙҙа үҫеш пландарын формалаштырыу ҡарашынан эре һәм уртаса бизнес менән тығыҙ үҙ-ара эш итеүгә күсәбеҙ, планлы-баҙар иҡтисады элементтарын индерәбеҙ. План, стратегия – ул нигеҙҙәрҙең нигеҙе. Ҡайһы берәүҙәргә был алым оҡшамай, йәнәһе лә, урындағы властҡа отчет бирмәйәсәкбеҙ. Беҙгә отчет кәрәкмәй, әммә уныһы ла мөһим, беҙгә бергәләп төбәкте үҫтереү стратегияһы кәрәк. Мәҫәлән, «Газпром» структуралары даими рәүештә беҙҙән киләсәктә газ менән тәьмин итеү өсөн территорияны үҫтереү планын һорай, ә беҙ уны, ошо планды йыш ҡына дөрөҫ эшләй ҙә алмайбыҙ – сәнәғәтселәрҙән, төҙөүселәрҙән мәғлүмәт етмәй. Планлаштырыу биләмәне үҫтереүҙе тиҙләтеү өсөн күберәк мөмкинлектәр бирә. Стратегик көйләү – ҡеүәтле инструмент һәм уның менән ҡулланырға кәрәк. Был йәй «Рәсәй Федерацияһында стратегик планлаштырыу тураһында» Федераль закон ҡабул ителде, киләсәктә «Сәнәғәт сәйәсәте тураһында»ғы закон тора. Был бик кәрәкле документтар, үҙ ваҡытлы. Тик уларҙың эшләүе һәм көйләүселәр сылбырында төбәктәрҙең дә булыуы талап ителә. Төбәктәрһеҙ сәнәғәт производствоһын үҫтереп булмаясаҡ, — тип үҙ фекерен белдерҙе журналға интервьюла Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика