11:25 (UTC+5), 07 Июля 2014

Рөстәм Хәмитов пассажирҙар йөрөтөү баҙарын тәртипкә килтереү өсөн көстәрҙе берләштереүҙе талап итте

"Башинформ"
7 июлдә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итеүҙә даими эшләп килгән координация кәңәшмәһенең ултырышын үткәрҙе, унда пассажирҙарҙы йөрөтөү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
- Был эшмәкәрлектең ҡайһы бер йүнәлештәре буйынса хәл борсоуға һала. Тәү сиратта, туҡталыштарҙағы этеш-төртөш. Маршрут такси водителдәренең тупаҫ мөнәсәбәте. Машрутта хәүефле ярыштар. Кешеләр, билдәһеҙ техник тороштағы һәм аңлайышһыҙ водитель йөрөткән транспортҡа ултырып, көн һайын стресс кисерә. Был «уҙышсылар» бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ йөрөтмәй. Һөҙөмтәлә – бик күп һәләкәттәр, кешеләр үлә, йәрәхәт ала. Водителдәрҙең физик торошона бер кем дә яуаплылыҡ йөрөтмәй. Ә улар йонсоп ҡайһы берҙә руль артында йоҡлап китә. ЮХХДИ рейдтары йыш ҡына иҫерек «маршрут» водителдәрен асыҡлай, — тине Рөстәм Хәмитов.
- Хәл ахырына еткән тип иҫәпләйем. Түҙергә һәм бының менән килешергә башҡаса ярамай. Автомобилдәр паркының техник хәле, водителдәрҙең физик торошо, теге йәки был маршрутта һәр автобустың йөрөү хоҡуғы ныҡ ҡаты күҙәтелергә тейеш. Юлдарҙа «ралли», линияларҙа «һулаҡай» йәки эшләмәгән транспорт саралары булмаһын, ә туҡталыштарҙа тәртип урынлашһын өсөн, яуаплылыҡ аныҡ кемгә ҡарағанлығы буйынса – ЮХХДИ-ға, Юл хужалығы идаралығына, муниципалитеттарға бүленергә тейеш, — тип белдерҙе республика башлығы.
— Системалы ведомство-ара эш итеү юҡ, бының тураһында һөйләргә кәрәк тип уйлайым. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында был йүнәлеш буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолған. Әммә уның эшендә аныҡ һөҙөмтәләр күрмәйем. Пассажирҙар йөрөтөү торошо тураһында, ҡабул ителгән саралар һәм уларҙың һөҙөмтәлелеге тураһында даими докладтар ҙа юҡ.
«Беҙ кешеләрҙе сифатлы, ә иң мөһиме хәүефһеҙ транспорт хеҙмәттәре менән тәьмин итергә тейеш. Һәр тармаҡ был мәсьәләне хәл итеүҙә аныҡ, һөҙөмтәле һәм формализмһыҙ эшләргә тейеш», — тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов».
«Тәртип булдырыуҙан рәсми пассажирҙар йөрөтөүселәр ҙә йәлеп итергә кәрәк, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов — Уларҙың был маршруттарҙа эшләргә хоҡуҡтары булмаған йөрөтөүселәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарыу өсөн мөмкинлектәре етерлек».
- Ни өсөн муниципаль власть быларҙы ҡарамай? Тәртипкә килтереү – муниципалитеттың беренсе бурысы. Республика власының түгел, ә муниципалитеттың. Һеҙҙең тәртипкә килтереү өсөн бөтә хоҡуғығыҙ бар. Һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙ, кешеләрегеҙ бар. Һеҙҙең йөкләмәләрегеҙ бар һәм һеҙ уларҙы үтәргә тейешһегеҙ. Барыһын да йәлеп итегеҙ: прокурорҙарҙы, эске эштәр министрлығын, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһын, республика власын. Яуаплы — муниципалитет, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Минең тәҡдимем шундай – хәлде асыҡларға. Беҙҙең даими эшләп килгән координация кәңәшмәһенең киңәйтелгән ултырышының протоколы һәм ҡарары ныҡ ҡаты буласаҡ. Беҙ был мәсьәләне ҡаты контролгә ҡуясаҡбыҙ. Бынан тыш, был мәсьәлә хәл ителгән ҡалаларға: Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, бер нисә миллионлы ҡалаға мотлаҡ барып килергә кәрәк – унда, ысынлап-та, кешеләр был мәсьәләне хәл итеү итеү ең һыҙғанып тотондо. Ҡағыҙҙа түгел, ә ысынбарлыҡта. Беҙҙән башҡа был эште бер кем дә эшләмәй. Шулай итеп хәл итәсәкбеҙ, — тине төбәк башлығы.
Ул шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙан кешеләрҙе йөрөтөү өлөшөндә юлдарҙа нимә булғанына айырыуса иғтибар итергә ҡушты.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика