07:32 (UTC+5), 02 Июля 2014

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү Рәсәй дипломатияһының Көнсығыш векторын көсәйтеүгә тәьҫир итәсәк – Владимир Путин

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының илселәре һәм даими вәкилдәре кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Ултырыш Рәсәйҙең милли ихтыяждарын яҡлау, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең нигеҙҙәрен нығытыу мәсьәләләренә арналған. Әңгәмә барышында ағымдағы һәм киләсәкке тышҡы сәйәси бурыстар билдәләнде.
- Беҙгә дипломатиябыҙҙың көнсығыш векторын көсәйтеүҙе дауам итергә, илебеҙҙең артабанғы үҫеше мәнфәтендә Азия-Тымыҡ океан төбәктәренең тәьҫирле потенциалын көсөргәнешле ҡулланырға кәрәк. Тәү сиратта, әлбиттә, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш, — тип билдәләне Владимир Путин. — Азия-Тымыҡ океан төбәктәрендә Рәсәй сәйәсәте беҙҙең көнсығыш сиктәрҙең именлеген артабан да тәьмин итеүгә, төбәктә тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡҡа йоғонто яһауға йүнәлтелергә тейеш. Һәм быға, һис шикһеҙ, алдағы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәйҙең рәйеселеге һәм Өфөлә 2015 йылдың йәйендә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү тәьҫир итәсәк.
Тығыҙ дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, күршеләр менән үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлекте үҫтереү – оҙаҡ ваҡыттағы перспективаға иҫәпләнгән Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтенең төп стратегик йүнәлеше, тип билдәләнде осрашыуҙа. Евразия интеграция процесының хәрәкәт итеүсе көсө булып Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика