12:47 (UTC+5), 30 Июнь 2014

Рөстәм Хәмитов РФ министры Михаил Абызов менән «Асыҡ хөкүмәт» мәсьәләләре буйынса осрашты

Ғәлиә Нәбиева
Рөстәм Хәмитов «Асыҡ хөкүмәт» эшмәкәрлеген координациялау буйынса федераль Хөкүмәт комиссияһының ғәмәлдәре өсөн яуаплы Рәсәй Федерацияһы министры Михаил Абызов менән осрашыу үткәрҙе. Власть органдарының граждандар йәмғиәте менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
- Дөйөм алғанда, «Асыҡ хөкүмәт» концепцияһы буйынса ныҡ ҡына эшләйбеҙ. Беҙҙә эшсе төркөмдәр ойошторолған, билдәле бер уңыштарға өлгәштек. Әлбиттә, эште дауам итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә бар. Беҙҙе борсоған мәсьәләләр ҙә етерлек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Был эште координациялау өлөшөндә тулыһынса үҙебеҙ ойошторолоп бөтмәгәнбеҙ. Яңы ғына быны хеҙмәттәштәрем менән тикшерҙек. Ниңә уның килеп сыҡҡанын һәм артабан беҙгә нисек эшләүҙе тикшерербеҙ.
Михаил Абызов, властың асыҡлыҡ концепцияһы сиктәрендә асыҡ дәүләт идара итеү проекты буйынса республиканың тәжрибәһе, һис шикһеҙ, ыңғай, тип иҫәпләй.
- Республиканың Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында йыйылған тәжрибәне уртаҡлашыу һәм үҫтереү мөмкинлеге бар. Был проектты бөгөн бөтә субъекттар тиерлек ғәмәлгә ашыра. Асыҡ дәүләтселек функцияларын ғына түгел, ә граждандарҙың йәшәү сифатын да күтәрергә ярҙам иткән практиктар бар. Ул проекттың аҙаҡҡы маҡсаты, — тип билдәләне министр.
Михаил Абызовтың әйтеүе буйынса, «был механизмдар властың үҙенә генә түгел, ул тәү сиратта кешеләргә кәрәк. Рәсәй Президенты Указдарын башҡарыу буйынса беҙ бергәләп хәл иткән мәсьәләләр кешеләр өсөн ябай һәм аныҡ аңлатыуҙы талап итә. Бөгөн йәмғиәттә формалашҡан өмөттәр эшмәкәрлегебеҙҙең ысын раҫланыуын талап итә».
Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Абызов бергәләшкән эштең етди йүнәлештәрен, уны әүҙемләштереү мөмкинлектәрен тикшерҙеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика