Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Июнь 2014, 13:29

Дмитрий Масютин Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән Дмитрий Масютинды Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Дмитрий Геннадьевич Масютин 1981 йылда Мәләүездә тыуған. Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда БР ҡала-район эске эштәр бүлеге дежур ярҙамсыһы булып башлай. Төрлө йылдарҙа «Мәләүез аҙыҡ-түлек комбинаты», асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә менеджер, «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Өфө етештереү бүлексәһе янғын һүндереүсеһе, «Максим» сауҙа компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сауҙа вәкиле, «Цитринь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк менеджеры, «СНС-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коммерция директоры, Өфөнөң «Орджоникидзе районы торлаҡ хужалығы идаралығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары булып эшләй. 2012 йылдан әлегә тиклем – Өфөнөң Ленин районы «Торлаҡ хужалығы тресы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры.
Автор: "Башинформ"
Читайте нас