11:39 (UTC+5), 16 Июня 2014

Төбәк башлығы Дыуан районында булды

Розалия Вәлиева
Рөстәм Хәмитов 14 июндә Башҡортостан буйлап эш сәфәре барышында Дыуан районында булды.
Район үҙәгендә республика башлығы Мәсәғүт муниципаль-ара медицина үҙәгендә асылған яңы дауалау корпусын ҡараны.
Яңы корпус «Башкиргражданпроект» институтының 1991 йылда әҙерләнгән проекты буйынса төҙөлә. Эштәр бында 15 йыл элек башлана, ул ваҡытта учреждениеның ике ҡаты төҙөлә. 2011 йылда Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса төҙөлөш эштәре ҡайтанан тергеҙелә. Яңы дауалау корпусы республика бюджеты средстволары иҫәбенә төҙөлә, ҡорамалдарҙы иҫәпкә алыу менән уның дөйөм хаҡы – миллиард һумдан ашыу. Корпустың майҙаны 17,3 мең квадрат метр. Ул Мәсәғүт ауылында муниципаль-ара медицина үҙәгенең нигеҙе булып тора. Бында табитар Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә урынлашҡан биш райондан пациенттарҙы ҡарай һәм дауалай, медицина округының һаны – 117 мең кеше.
Яңы корпуста перинаталь һәм травматолог үҙәктәре, беренсел ҡан тамырҙары һәм башҡа бүлексәләр урынлашҡан. «Ауыл табибы» программаһы буйынса ике йыл эсендә дауаханаға 56 табип эшкә урынлашҡан. Үткән йылда табиптар өсөн 28 фатирлы йорт төҙөлә, быйыл тағы ла 30 фатирлыҡ шундай йортто сафҡа индереү планлаштырыла. Рөстәм Хәмитов медиктар һатып алған был торлаҡтың квадрат метрына хаҡты белеште. Ул 30 мең һум тәшкил итә.
- Ни өсөн шулай ҡиммәткә һатаһығыҙ? — тип мөрәжәғәт итте ул Дыуан районы хакимиәте башлығы Олег Могильниковҡа һәм дауахананың баш табибы Валерий Трофимовҡа. – Медицина хеҙмәткәрҙәренә торлаҡты үҙ хаҡы буйынса тапшырыу варианттарын табырға кәрәк.
Дауалау учреждениеһында табиптарҙың уртаса эш хаҡы 35 мең һум тәшкил итә, шәфҡәт туташтарының – 19 мең һум.
Артабан Рөстәм Хәмитов дауахананың бүлексәләрен ҡараны, ҡан тамырҙары, диагностика, реанимация бүлексәләрендә, лабораторийҙа һәм перинаталь үҙәктә булды. Табиптар һуңғы йылдарҙа районда халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгөшеп булыуын һөйләне. Ул, шул иҫәптән, заманса диагностика һәм дауалау алымдарын ҡулланыу һөҙөмтәләре. Рөстәм Хәмитов бында халыҡтың һаулығын һаҡлауҙа системалы ҡараштың булмауына иғтибар итте: юғары технологик медицина үҙәге бар, әммә ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалауҙан һуң реабилитациялау насар үҫешкән.
- Беҙ иғтибарҙы ҡиммәтле юғары технологик медицина үҙәктәре төҙөлөшөнә йүнәлттек. Бындай үҙәктәрҙең булыуы – ул яҡшы. Әммә профилактика менән реабилитациялау беҙҙең һаулыҡ һаҡлауҙың, элеккесә, насар урындары, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Александр Афанасьевҡа стационарҙа дауаланған пациенттарҙы реабилитациялау өсөн бәлки республиканың шифахана сәләмәтләндереү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеүҙә ҡулайлы варианттар табырға һәм медицина стационарҙарын тотоуға файҙаланыу сығымдарын анализларға ҡушты.
- Күп дауаханалар төҙөйбөҙ, уларҙы хеҙмәтләндереүгә сығымдар ҙур. Күптәре иҡтисади йәһәттән файҙаһыҙ эшләй. Был хәлде анализларға һәм иҫке, үҙ-үҙен аҡламаған ҡиммәтле хужалыҡ схемаларын бөтөрөргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был бурыс бөтә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өсөн. Юғары махсуслашҡан дауаханалар үҙ эшендә функциональ һәм хәрәкәтсән булырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш һаулыҡ һаҡлау учреждениелары нигеҙендә яңы профилактика, дауалау һәм реабилитациялау схемаларын эшләргә, һуңынан уларҙы бөтә республика буйынса индерергә тәҡдим итте.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика