Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Июнь 2014, 11:39
Республика етәксеһе Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды
Рәсәй көнөн һәм Өфө көнөн байрам итеү сиктәрендә Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.
Тантанала республика һәм Өфө власы органдары етәкселәре, башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Дуҫлыҡ монументы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 400 йыл тулыуға ҡарата төҙөлгән. Йола буйынса, был тантана илдең төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнөнә арналған республиканың баш ҡалаһындағы бай эстәлекле һәм төрлө-төрлө программаны аса.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
байрамдар
Читайте нас