05:38 (UTC+5), 10 Июнь 2014

Рөстәм Хәмитов: «Дәүләт әһәмиәтендәге бурыс – эшсән халыҡтың һаулығын һаҡлау»

Сергей Захаров
9 июндә Мәскәү өлкәһенең Серпухов районында Рөстәм Хәмитов Дмитрий Медведев рәйеслегендәге һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса Рәсәй Хөкүмәте комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры айырыуса иғтибарын профессиональ ҡыйыулыҡ идара итеү системаһын индереү кәрәклегенә йүнәлтте, шулай уҡ предприятиеларҙа хеҙмәт шарттары рейтингын төҙөргә тәҡдим итте. Был эшкә йәмәғәт ойошмалары ла (Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, «Опора России»), профсоюздар ҙа ҡушыла алыр ине, тине Дмитрий Медведев. Бынан тыш, ултырышта һүҙ профилактик эштәрҙе көсәйтеү тураһында барҙы, атап әйткәндә диспансеризациялау тураһында, күпселек осраҡта ул формаль уҙғарыла.
«Башҡортостан Республикаһында эшсәндәрҙең хеҙмәтен һәм һаулығын һаҡлау буйынса саралар тураһында» доклад менән сығыш яһаған Рөстәм Хәмитов төбәктә бер нисә республика программаһы ҡабул ителеүҙе билдәләне. Шул иҫәптән «Хеҙмәт шарттарын һәм һағын яҡшыртыу».
- Беҙҙә, моғайын, Рәсәй Федерацияһында беренсе булып 2025 йылға тиклемге осорға «Лайыҡлы хеҙмәт» программаһы ҡабул ителгән. Ул республика халҡының табыштарын бүлеүҙе һәм мохтажлығын кәметеү маҡсатында әҙерләнгән, адреслы социаль ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереүгә арналған. Маҡсатлы күрһәткестәргә эйә. Атап әйткәндә, хеҙмәт һағына сығымдар кимәле эш биреүселәрҙең ун процентҡа артырға, зыян күргән кешеләрҙең иҫәбе ун процентҡа кәмергә тейеш – был һандар өҫтөндә әле эш дауам итә. Республика маҡсатлы программа проекты бар – ул әле ҡабул итеү стадияһында – 2015-2019 йылдарға «Эшләгән халыҡтың һаулығы».
Сығыштың тулы стенограммаһы республика башлығының рәсми сайтында бирелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика