05:58 (UTC+5), 30 Мая 2014

Рөстәм Хәмитов республиканың урман хужалығы министрын вазифаһынан бушатты

Еватерина Соколова
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы күрһәтмәһе буйынса Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллинды вазифаһынан бушатты. Был хаҡта «Facebook»та БР Президенты Хакимиәтенең рәсми сәхифәһендә яҙылған. Рәжәп Нәбиуллин вазифаһынан Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы активистары асыҡлаған боҙоуҙар сәбәпле бушатылды.
- Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистарына был күҙгә бәрелеп торған боҙоуҙы асыҡлағандары өсөн рәхмәт. Законһыҙ төҙөлөш урынынан йыраҡ түгел – Урмансылар паркында Башҡортостан Президенты инициативаһы буйынса яңыраҡ ҡына дөйөм республика өмәһе уҙғарылды. Республика етәксеһе ҡала урман паркы территорияһын төҙөкләндереү буйынса был эште үҙе етәкләне, — тип аңлатты «Башинформ» агентлығына республика башлығының матбуғат секретары Артем Вәлиев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Менделеев урамында «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә үҙәге эргәһендә «санитар таҙартыу» тигән һылтау менән бер гектар тиерлек урман ҡырҡылған. Урман массивы урынында Өфө урман хужалығы бер ниндәй ҙә рөхсәт документтары алмайынса төҙөлөш эштәренә тотонған. Версияларҙың береһе буйынса, урман хужалығы министрлығы урман зонаһында күп ҡатлы йорт төҙөргә планлаштырған. Шул урынға Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ҡушма рәйесе Азат Фазлыев һәм Өфөнөң беренсе вице-мэры Александр Филиппов бара һәм ниндәйҙер ваҡытҡа эште туҡтата. Улар киткәндән һуң эштәр ҡабат башлана.
- Территорияға ҙур-ҙур техникалар инде, шул иҫәптән быраулау ҡорамалдары ла, — тип һөйләй Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ҡушма рәйесе Азат Фазлыев. — Шуға күрә республика етәкселегенә ашығыс рәүештә мөрәжәғәт итмәй булдыра алманыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика