11:17 (UTC+5), 30 Мая 2014

Башҡортостан башлығын һайлау ваҡытынан алда үтәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлау ваҡытынан алда – 2014 йылдың 14 сентябрендә үтәсәк. Бындай ҡарарҙы Рәсәй Президенты бөгөн Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында ҡабул итте. Башҡортостан Президенты вәкәләттәре 2015 йылға тиклем ҡаралған.
Осрашыу барышында республика башлығы, «кешеләрҙең ҡарашын һайлауҙарҙа, уларҙан эшебеҙҙе нисек баһалағандарын һорап, белергә мөмкин. Шуның менән бәйле минең Һеҙгә, Владимир Владимирович, бер үтенесем бар: Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһына көҙгө һайлауҙарҙа ҡатнашыу өсөн ваҡытынан алда отставкаға ебәреүегеҙҙе һорайым», тип билдәләне.
- Иҡтисад һәм социаль өлкә үҫешендә ыңғай динамиканы иҫәпкә алып, һеҙҙә эшһеҙлек минималь кимәлдә һәм бөтә социаль параметрҙар етерлек юғары кимәлдә торған төҫлө. Һеҙҙең быйыл да, киләһе йыл да еңеүгә бөтә мөмкинлектәрегеҙ бар кеүек тойола. Әммә, әгәр Һеҙгә ниндәйҙер төшөнсәләр буйынса быйыл һайланыуығыҙ уңайлыраҡ булһа, мин быға ҡаршы түгел. Рәхим итегеҙ, — тине Рәсәй Президенты.
Республика ҡануниәтенә ярашлы, хәҙер Рөстәм Хәмитов Башҡортостан башлығы һайлауҙарында ҡатнаша ала. Республика Президенты 28 апрелдә матбуғат конференцияһы барышында киләсәк төбәк башлығы һайлауҙарында ҡатнашырға ниәтләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика