04:47 (UTC+5), 26 Мая 2014

Башҡортостан Республикаһы менән Пермь крайы араһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Республикаһы һәм Пермь крайы араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән Пермь крайы губернаторы Виктор Басаргин 23 майҙа Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә ҡул ҡуйҙы.
- Башҡортостан – ул беҙҙең стратегик уҙаҡташ. Беҙҙе күп нәмә берләштерә: дөйөм инфраструктура, уртаҡ баҙарҙар, — тип билдәләне Виктор Басаргин. — Был баҙарҙарҙа беҙ бер ҡасан да конкуренция алып барманыҡ, ә бер-беребеҙҙе тулыландырҙыҡ ҡына. Бөгөн килешеү беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләй генә. Был үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, тулыландырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр табабыҙ. Урман комплексы, ауыл хужалығы буйынса әүҙем эшләйәсәкбеҙ. Йәғни төп йүнәлештәр билдәләнде.
- Пермь крайы менән Башҡортостан күршеләр булараҡ ҡына түгел, ә үҙенең йәшәйеше буйынса ла бик яҡын. Пермь крайында күп кенә башҡорттар йәшәй, уларҙың мәҙәни бәйләнештәре киң, сик буйында урынлашҡан райондар үҙ-ара бик тығыҙ йәшәй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Быларҙан башҡа, Пермь крайында Башҡортостан предприятиелары, Пермь предприятиелары Башҡортостан Республикаһы территорияһында эшләй. Ҡайһы берҙә был бер төбәк һымаҡ тойола – беҙ бер-беребеҙ менән бик яҡын. Килешеү бөтә эшләнгән идеяларыбыҙҙың, программаларыбыҙҙың артабан да эшләйәсәген, уртаҡ үҙ-ара эш итеүҙең тик алға барасағын билдәләй.
Тышҡы бәйләнештәр тураһында һөйләгәндә, төбәктәр башлыҡтары Ҡытайға барғанда ике субъектҡа бер уҙаҡташ – Цзянси провинцияһын табыуҙарын билдәләне.
- Цзянсила 44 миллион кеше йәшәй. Ә Башҡортостан менән Пермь крайында бөтәһе бергә һигеҙ миллионлап йыйыла, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Шуға күрә Ҡытай хеҙмәттәштәрен беҙҙең иҡтисадҡа ла йәлеп итеү өсөн тырышып эшләргә кәрәк буласаҡ. Уларҙың идеялары ла беҙҙеке кеүек байтаҡ. Бынан тыш, продукциябыҙҙы Ҡытай баҙарына сығарырға кәрәк. Туғандаш-иптәш Пермь менән бергәләп был проблеманы, әлбиттә, тиҙерәк хәл итәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика