10:11 (UTC+5), 23 Май 2014

Республика Йортонда Башҡортостан кешеләренә дәүләт наградаларын тапшырҙылар

Арина Рәхимҡолова
Йома, 23 майҙа, Республика Йортонда Башҡортостан кешеләренә дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Дәүләт айырма билдәләрен республика һәм ил үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төбәктең 43 кешеһе алды.
Миҙалдар менән РФ һәм БР почетлы исемдәрен биреү тураһында таныҡлыҡтарҙы Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы.
Үҙенең сығышында ул, республиканың сәскә атыуы күбеһенсә төбәктә йәшәгән һәр кешенең дөйөм эшкә ниндәй өлөш индереүенән тора, тип билдәләне.
- Һеҙ үҙегеҙҙең күп йылғы хеҙмәтегеҙ менән Башҡортостан Республикаһы һәм ил үҫешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте йыйылғандарға Сергей Молчанов. — Беҙҙең республика үҙенең ер аҫты байлыҡтары, ҡеүәтле иҡтисади потенциалы менән бай, әммә иң ҙур байлығыбыҙ – ул кешеләр, беҙҙең эш кешеләре. Нәҡ уларҙың тырышлығынан республика бөгөн уңышлы төбәк булып һанала. Беҙ бөгөн бер төркөм иҡтисади күрһәткестәр буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының лидерҙары иҫәбендә. Алдынғы халыҡ-ара агентлыҡтар республикабыҙҙың иҡтисади рейтингтарын юғары баһалай.
Залда төрлө-төрлө тармаҡта эшләүсе кешеләр йыйылған, әммә уларҙы юғары профессионализм һәм яуаплылыҡ тойғоһо берләштерә.
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденын «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының радиотапшырыуҙар студияһы дикторы Рәсимә Кәримова алды. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова бүләкләнде.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә Бөрө зона ветеринар лабораторияһы директоры Яват Масков, Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Владимир Филимонов һәм Әлшәй район ветеринар станцияһы начальнигы Хәлил Шәрипов лайыҡ булды.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәлүмәт хеҙмәткәре» исеме «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы телеоператоры Урал Ғатауллинға, «Кызыл таң» гәзитенең бүлек мөдире Рәзилә Низамоваға, «Звезда» редакция-нәшер итеү комплексы директоры Федор Кулагинға һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы директоры Салауат Кәримовҡа бирелде. З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Роза Зянчурина «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә лайыҡ.
Тантана һуңында Сергей Молчанов бүләкләнгән кешеләргә күп йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте, уңыштар, бәхет, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика