05:21 (UTC+5), 20 Мая 2014

Рөстәм Хәмитов Телин (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) ҡалаһы мэры менән осрашты

"Башинформ"
18 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ляонин провинцияһында (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) Телин ҡала округы мэры Лин Кванг менән осрашты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Осрашыу барышында уртаҡ хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында фекер алыштылар, атап әйткәндә, Башҡортостанда нефть быраулау өсөн ауыр ҡорамалдар етештереү буйынса Рәсәй-Ҡытай заводының төҙөлөш проекты, уны Телинда урынлашҡан «Хайчен Нефтемаш» компанияһы сығара.
- Беҙ уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда компанияларыбыҙҙың хеҙмәттәшлеген хуплаясаҡбыҙ, — тине Лин Кванг. — Был проект – ул Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн башланғыс нөктә, иҡтисади яҡтан үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеү өсөн артабан делегациялар менән алмашыуға ышанабыҙ.
- Ҡытай уҙаҡташтары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү беҙҙең өсөн мөһим. Тәүге аҙым яһалған һәм беҙгә артабан да барырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Телин – Ҡытайҙың Ляонин провинцияһындағы ҡала, Ҡытайҙа нефть машиналары эшләү һәм металлургия буйынса иң эре үҙәк. Телин шулай уҡ үҫешкән ауыл хужалығы һәм экологик туризм менән билдәле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика