10:34 (UTC+5), 15 Мая 2014

Уңайлы мөхит булдырыу – ул ҡала халҡының һәм профессионалдарҙың уртаҡ эше – республика башлығы

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә «Өфө иртәгә: ыңғай үҙгәрештәр инструментарийы» урбанистик конференцияны асты. Форум территорияны комплекслы үҫтереү һәм ҡала мөхитенең сифатын күтәреү мәсьәләләренә арналған. Пленар ултырышта Мәскәүҙән һәм сит илдән ҡала планын төҙөүселәр, архитекторҙар һәм башҡа эксперт-урбанистар ҡатнашты.
Бөгөн төп мәсьәләләрҙең береһе – ҡала халҡы өсөн уңайлы тормош булдырыу, сифатлы йәшәү өсөн мөхит булдырыу, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Халыҡтың 60 процент самаһы ҡалаларҙа, 40-ғы – ауыл ерендә йәшәй, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Беҙҙә ҡалалар күп – 21. Волга буйы федераль округының төбәктәре араһында был күрһәткес буйынса беҙ беренселәр иҫәбендә.
Рөстәм Хәмитов, Өфө – үҫеш талап иткән ҡыҙыҡлы ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сығышында Башҡортостандың баш ҡалаһында яҡшы демографик хәлде билдәләнде.
- Шул уҡ ваҡытта ҡалабыҙ сәнәғәт предприятиелары менән тулы: 70 мең гектар ерҙән һигеҙ меңен сәнәғәт предприятиелары биләй, әммә 20 меңе – ул йәшел зона, — тине төбәк башлығы.
Эре нефть эшкәртеү производстволарының булыуы менән бәйле ҡалала экологияны һаҡлау мәсьәләһе киҫкен тора.
Бынан тыш, ҙур проблема булып транспорт бәйләнеше тора. Әлеге ул хәл ителмәгән, әммә Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, «яҡын ваҡыт эсендә уны хәл итеү өсөн бөтә көстө йүнәлтергә тура киләсәк».
Бөгөн Өфөлә ҡала мөхите профессиональ төҙөлмәгән. Уны кешегә уңайлы итеү өсөн концептуаль идеялар кәрәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Тағы ла ҡабатлайым, 20 мең гектар урманда ғаилә менән ял итеү өсөн бер генә яҡшы парк та юҡ, — тип билдәләне республика етәксеһе.
Бөгөн, төбәк башлығының әйтеүе буйынса, етәкселек ҡалаға профессионалдар, белгестәр күҙлегенән ҡарай башланы. Мөһим конференциялар үтә, фекер алышыуға ҡала халҡы ҡушыла.
- Был ҡала халҡының һәм профессионалдарҙың уртаҡ эше, — тине Рөстәм Хәмитов.
Пленар өлөшө тамамланғандан һуң «Ҡала үҫеше стратегияһы: киләсәкте нисек планлаштырырға?» һәм «Ҡалаға хоҡуҡ: граждандар әүҙемлегенең позитив потенциалы» түңәрәк өҫтәлдәрҙең эше башланды. Кисен конференция сиктәрендә «Ҡаланың селтәр моделе: формаль булмаған ҡала берләшмәләренең роле» асыҡ лекцияһы үтәсәк.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика