11:54 (UTC+5), 15 Май 2014

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ әле күп нәмәлә индустриаль үҙәктәр, ә донъя постиндустриаль йәмғиәттә йәшәй»

Олег Яровиков
Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика ҡалаларында йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу ысулдарына комментарий бирҙе. Был мәсьәлә кесе йома көнө Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән «Өфө иртәгә: ыңғай үҙгәрештәр инструментарийы» урбанистик конференцияла тикшерелде.
- Ҡаларыбыҙҙы һәм ҡасабаларыбыҙҙы үҙгәртеп ҡороу яҡлымын. Сөнки беҙҙең ҡалалар, ауылдар, район үҙәктәре уңайлы, яҡшы, аҡыллы тормош өсөн тәғәйенләнмәгән. Республика етәксеһе булараҡ был хәлде үҙгәртеү өсөн ҙур көс һаласаҡмын, — тине Рөстәм Хәмитов, ултырыштан һуң журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. — Байтаҡ ҡына идеяларҙы, һис шикһеҙ, республика халҡынан алырға тейешбеҙ. Бындай тәжрибәм булды, «Тере Журнал»да блогта төрлө темалар: юлдар, торлаҡ, ҡалаларҙа уңайлыҡ буйынса меңләгән тәҡдимдәр алдым. Айырым биҫтәләр һәм ауыл биләмәләре кешеләре уларға тәү сиратта нимә төҙөргә, яңыртырға, үҙгәртергә кәрәк булғанын әйтһен өсөн бындай эште ентекле башҡарырға кәрәк.
Кешеләрҙең фекерҙәрен иҫәпкә алып республиканан кеүек, Мәскәүҙән дә һәм сит илдән дә профессоналдарҙы йәлеп итергә мөмкин, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
- Сит ил белгестәренең тәжрибәһе мөһим, сөнки улар беҙҙең стереотиптар менән сикләнмәгән, бынан тыш, бөгөнгө көнгә Европаның күп кенә ҡалалары үҙ үҫешенең икенсе фазаһына күскән. Беҙ әле күп нәмәлә индустриаль үҙәктәр, ә донъя постиндустриаль йәмғиәттә йәшәй – был бөтөнләй икенсе тема һәм ҡала йәмәғәт киңлектәрен формалаштырыуға икенсе ҡараш, — тип билдәләне республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов кешеләрҙе әүҙемерәк булырға, үҙ фекерҙәренән, идеяларынан, тәҡдимдәренән оялмаҫҡа саҡырҙы. Уның әйтеүе буйынса, был тема бик ҡыҙыҡлы, глобаль һәм кәрәкле.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика