11:34 (UTC+5), 14 Май 2014

Башҡарма властың һөҙөмтәлелеге буйынса федераль рейтингта Башҡортостан 10-сы урынға күтәрелде

Эльвира Латипова
Һуңғы йыл эсендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге рейтингында Башҡортостан Республикаһы бер юлы 26 позицияға юғары күтәрелеп 10-сы урынды биләне. Был хаҡта шаршамбы көнө республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
- Былтыр 2010-2012 йылдарға йомғаҡтар яһағанда беҙ 36-37-се урындарҙа инек. Бындай 26 урынға алға китеү беҙҙең уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ булып тора һәм республиканың үткән йылдарҙа яҡшы эшләүе тураһында һөйләй, — тине Рөстәм Хамитов.
Рейтинг өс йүнәлеш буйынса башҡарма власть органдары эшен комплекслы баһалау нигеҙендә төҙөлә. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, республиканың позициялары территорияның иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса көслөрәк. «Был күрһәткес буйынса Рәсәй Федерацияһының иҡ яҡшы биш төбәге араһында торабыҙ», — тип хәбәр итте БР Президенты. Башҡортостан шулай уҡ халыҡтың төбәк Хөкүмәте эшен һәм республикала эштәрҙең дөйөм торошон баһалау буйынса тәүге егерме субъект араһына инде. Һаулыҡ торошо һәм халыҡтың үлеме менән бәйле баһаларҙың «социаль» блогында Башҡортостандың позицияһы бер аҙ түбәнерәк.
Рәсәй Хәкүмәте сайтындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, һөҙөмтәлелекте баһалау формулаһында иҡтисад үҫешкә дөйөм сағыштырма ауырлыҡ күрһәткестәренең 50 проценты тура килә, социаль өлкәне үҫтереүгә – 30 процент, халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләренә – 20 процент.
- Өс йыл дауамында кешеләребеҙҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән системалы эште төҙөнөк һәм тейешле һөҙөмтә бар: беҙ 10-сы урында, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республика старт алған позициялар бик насар ине.
Юғары баһаның уңайлы финанс «эҙәмтәләренә» килтереүе мөмкин.
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте былтыр тәүге 20 урынды ҙур ғына аҡсалата премиялар менән баһаланы – 250 миллион һумдан алып 350-гә тиклем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Быйыл да практика ҡабатланһа, яҡшы сумма алыуыбыҙ бар. 300 миллион һум – ул 600-700 уҡыусыға иҫәпләнгән яҡшы мәктәп төҙөлөшө хаҡы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, рейтингта беренсе урынды Татарстан Республикаһы биләй. Лидерҙар араһында шулай уҡ – Төмән өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Воронеж өлкәһе, Чечен Республикаһы, Саха (Яҡут) Республикаһы, Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Мәскәү өлкәһе.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика