11:49 (UTC+5), 06 Мая 2014

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан кешеләренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Эльмира Сабирова
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы Республика Йортонда шишәмбе, 6 майҙа, үтте. Дәүләт айырма билдәләрен республика һәм ил үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төбәктең 28 кешеһе алды.
Лауреаттарға миҙалдарҙы һәм Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исемдәрен биреү тураһындағы таныҡлыҡтарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
Үҙ сығышында республика башлығы, дәүләт наградалары – ул бында ултырған һәр кемдең дәүләт һәм йәмәғәт алдандағы ҡаҙаныштарын таныу, оҙаҡ йылдар дауамындағы көсөргәнешле һөнәри эшмәкәрлеген баһалау, тип билдәләне.
- Залда ултырғандарға уңышлы эштәре, ҡаҙаныштары, йәмғиәткә күрһәткән иҫ киткес өлгөләре өсөн рәхмәт әйтәм. Һеҙ ысынлап та дәүләтебеҙҙең данын һәм нигеҙен булдырыусы иң яҡшы кешеләрҙең береһе һәм, әлбиттә, һеҙҙең кеүек кешеләрҙең Өфөлә, республиканың ҡала һәм ауылдарында булыуына ғорурланам. Киләсәктә лә беҙҙе яңы уңыштарығыҙ, хеҙмәт кешеләрен үҙегеҙҙең талантығыҙ менән ҡыуандырыуығыҙҙы теләйем, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Бигерәк тә ул беҙгә хәҙер кәрәк. Ил дә, атап әйткәндә, республика ла үҙ үҫешенең ҡатмарлы осорон кисерә. Ул донъяла барған тышҡы сәйәси ваҡиғаларға ла, беҙҙең эске үҙгәрештәргә лә бәйле, уны ла иҫәпкә алырға һәм аңларға кәрәк. Һуңғы ваҡытта сәнәғәт производствоһы үҫешендә бер аҙ түбәнәйеү бар. Беҙгә реиндустриализациялауға, яңы табыш алырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек биргән яңы заманса предприятиелар төҙөүгә йүнәлтелгән яңы сәйәсәт кәрәк. Был сәнәғәт сәйәсәте алдағы йылдарҙа уртаҡ эшмәкәрлегебеҙҙең нигеҙенә әйләнергә тейеш. Унһыҙ үҫеш тә, яңы ҡаҙаныштар ҙа булмаясаҡ. Импортты алмаштырыуға юлдар кәрәк.
Залда төрлө тармаҡтарҙа эшләүсе кешеләр йыйылған, әммә уларҙың барыһын да юғары профессионаллек берләштерә.
Рөстәм Хәмитов Дуҫлыҡ орденын «Технология һәм производствоны ойоштороу институты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте слесары Владимир Архиповҡа тапшырҙы. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Ризәлә Бикмөхәмәтова, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты профессоры Борис Миркин бүләкләнде.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» тигән почетлы исем «Технология һәм производствоны ойоштороу институты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Виктор Юрьевҡа бирелде.
Халыҡтар дуҫлығы орденын Башҡортостан Президенты Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Нәзифә Ҡадироваға, Салауат Юлаев орденын М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты профессоры Әхмәт Сөләймәновҡа тапшырҙы.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе» исеменә «Башнефтегеофизика» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дөйөм һәм социаль мәсьәләләр буйынса генераль директоры урынбаҫары Алмаз Әлмөхәмәтов лайыҡ булды.
Машина эшләү, химия сәнәғәте, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә почетлы исемдәр биреү тураһында таныҡлыҡты тағы ла 18 кеше алды. Бынан тыш, бер төркөм бүләкләнеүселәрҙең хеҙмәте РФ Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының Почетлы грамоталары менән билдәләнде.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика