Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Май 2014, 13:45

Ирек Ялалов: «100 мең һум күләмендә штраф юридик шәхес өсөн – ул әҙ»

Өфөлә ҡала төҙөклөгө ҡағиҙәләрен боҙоусылар өсөн штрафтарҙы арттырасаҡтар. Был хаҡта мэрияла оператив кәңәшмәлә баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.
- Йылдан-йыл – бер үк ҡағиҙә боҙоусылар, — тип белдерҙе мэр. — Шуның өсөн ҡалала яуыз боҙоусыларҙың реестрын ойоштороу зарур. Штрафтар ысын булырға тейеш, ә шартлы түгел. 100 мең ул әҙ тип уйлайым. Бөтәһенең дә Европала йәшәге килә, ә бының өсөн бер кем ҡыл да ҡыбырҙатмай.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа төҙәтмәләр проектын БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары әҙерләйәсәк.
Күрше ҡалаларҙы – Ҡазанда һәм Екатеринбургта юридик шәхестәр өсөн штрафтар 100 мең һумға тиклем. Практика күрһәтеүенсә, бындай санкциялар ҡаланың тышҡы күренешенә ыңғай тәьҫир итә.
Автор: Екатерина Соколова
Читайте нас