10:12 (UTC+5), 29 Апреля 2014

Төбәк етәксеһе Башҡортостан Президенты кандидатына кәрәкле өс нигеҙҙе билдәләне

Арина Рәхимҡолова
Рөстәм Хәмитов 28 апрелдә киләсәк республика Президенты һайлауҙарында үҙенең ҡатнашыу ниәте тураһында белдерҙе. Бындай ҡарарҙы ул, уның фекеренсә, һәр кандидатҡа кәрәкле өс нигеҙҙән сығып ҡабул итте, улар: халыҡтың ярҙамы, Рәсәй Президентының ярҙамы һәм дәғүә итеүсенең үҙенең кешеләр мәнфәғәтенә эшләргә теләге.
- Халыҡ республика етәксеһе булырға теләгән кешене хупларға тейеш. Йәки уны алдағы эше буйынса белергә, йәки был кешенең яҡшы уңыш тарихын, был тормошта ул нимәгәлер өлгәшкәнен белергә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Икенсе мотлаҡ шарт – ил Президентының ярҙамы, сөнки ил етәкселеге менән бындай үҙ-ара килешеп эш итеү булмаһа буласаҡ башлыҡ, ул ниндәй генә булмаһын, эшләй алмаясаҡ. Федераль власть органдары менән бындай үҙ-ара йоғонто яһау булырға тейеш. Өсөнсө – кешенең үҙенең теләге, ул үҙен шәхси сифаттары: ойоштороу, коммуникациялы мөмкинлектәре ҡарашынан баһаларға тейеш. Әгәр кеше был эште ысынлап-та үтәй алыуын күрһә, әгәр ул үҙ эшмәкәрлегенә яуаплы ҡараһа, әгәр республика етәксеһе урынын ул кешеләргә файҙа килтереү яғынан баһалаһа, ә үҙ кеҫәләрен байытыуҙан түгел, ул саҡта, әлбиттә, был яҡшы аргумент.
Республика башлығы, был бөтә өс ҡәтғи мөһим сифат тап килгәндә кеше Президентҡа һайланыуға хоҡуҡлы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Кешеләрҙең дөйөм һәм тотош алғанда ярҙамы бар, быны социологик һорау алыуҙар, кешеләр менән осрашыуҙар күрһәтә. Ил Президенты менән беҙҙең яҡшы эш мөнәсәбәттәре. Өсөнсөнән, ошо йылдар эсендә кәрәкле эш тәжрибәһен туплағанымды аңлайым, республиканың ауыртҡан урындарын беләм һәм аңлайым. Нисек күп мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеген беләм һәм аңлайым. Беренсе, икенсе йылдарҙа эшләгәндә, нимәнелер тиҙерәк эшләп булыр кеүек тойолған ҡайһы бер тәьҫораттарымдан арындым. Әлбиттә, юҡ. Бынан тыш, бер нисә эре объектты башланыҡ, уларҙы тамамларға һәм, бәлки, тиҙерәк дауам итергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ лайыҡлы ярышташтар көтөүөн билдәләне.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика