Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Апрель 2014, 16:17

Владимир Чуров Башҡортостандың сәйәси партияларына һайлаусыларҙың юғары әүҙемлеге өсөн рәхмәт әйтте

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров Башҡортостанда һайлау комиссияларында күп йылдар ҡатнашыусы партияларға төбәктә һайлаусыларҙың юғары әүҙемлеге өсөн рәхмәт әйтте.
- Һайлау процесының бөтә ҡатнашыусыларының уртаҡ эше генә бындай һөҙөмтәгә килтерә ала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Өфөлә барған, Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәлә.
Форумды тап Башҡортостанда үткәреүҙең сәбәптәре араһында Владимир Чуров граждандарҙың даими юғары әүҙемлеген атаны.
Илдә һайлауҙарҙың төп ойоштороусыһы, һайлау комиссияларының граждандарҙың әүҙемлегенә өлөш индереүҙәре иң яҡшы осраҡта уңыштың яртыһын тәшкил итә, тип билдәләне. Икенсе яртыһы партияларҙың эшенә тура килә.
Владимир Чуров һайлау кампанияһының бөтә ҡатнашыусылары, кандидаттар һәм сәйәси партиялар өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса ведомствоның бурыстарын билдәләне.
Һайлаусыны бина, агитация һәм кандидатураларҙың күплелеге менән тәьмин итергә кәрәк.
Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы шулай уҡ «агитацияны артыҡ сикләмәҫкә» саҡырҙы.
- Агитация законға ярашлы уҙғарылырға тейеш, әммә артыҡ сикләүҙәр, өҫтәмә талаптар сығарыуҙың мәғәнәһе юҡ.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары етәкселәре алдында һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.
- Беҙҙең бөтә процедуралар, кәңәшмәләр сәйәси партиялар һәм кандидаттар өсөн асыҡ булырға тейеш. Эште тәүлек әйләнәһенә ойошторорға тырышығыҙ. Бер ниндәй ҙә кандидат, бер ниндәй ҙә партия үҙәк һайлау комиссияһының ябыҡ ишектәре алдында тормаһын өсөн. Мин һеҙҙән – минимум бюрократия, максимум асыҡлыҡты һорайым, — тип кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте Владимир Чуров.
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә лә һайлау кампанияһы барышында уңайлы булырға тейеш. «Теләһе ҡайһы һайлау кампанияһында был мөһим звено. Беҙҙең асыҡлыҡ улар алдында шулай уҡ тулы булырға тейеш», тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта Владимир Чуров, киң мәғлүмәт саралары һайлау хоҡуғын аңларға тейеш, тип билдәләне һәм үҙәк һайлау комиссияларын журналистарҙың стажировкаһын үткәрергә саҡырҙы.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: