13:23 (UTC+5), 25 Апреля 2014

Республика башлығы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашты

"Башинформ"
24 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенә, Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәне үткәреү өсөн Өфөнө һайлағандары рәхмәтен белдерҙе.
- Беҙ бында килдек, сөнки Башҡортостанда ҙур ыңғай ойоштороу тәжрибәһе тупланған. Көҙөн һайлауҙар үтәсәк, Рәсәй Федерацияһы субъекттары һеҙгә ҡарар тип иҫәп тотабыҙ, — тине Владимир Чуров.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығының әйтеүе буйынса, сентябрҙә үҙенең масштабтары буйынса ғәйәт ҙур эштәр тора, сөнки хәҙер уҡ 17 губернаторҙар кампанияһы. Икенселәй әйткәндә, Рәсәй Федерацияһының 17 субъектында башлыҡ һайлаясаҡтар. Шуға өҫтәп субъекттарҙың закондар сығарыу йыйылыштарына байтаҡ һайлауҙар, тағы ла бик күп муниципаль һайлауҙар һәм референдумдар бар. Былар барыһы ла берҙәм тауыш биреү көнөнә етәрлек буласаҡ. Уҙған берҙәм тауыш биреү көнөндә барлыҡ кимәлгә 120 меңдән ашыу кандидат дәғүә иткәйне. Быйыл унан да күберәк булыуы ихтимал.
Рөстәм Хәмитов РФ Үҙәк һайлау комиссияһының эшмәкәрлеген даими камиллашыусы булараҡ билдәләне.
- һеҙгә ни тиклем ауыр һәм яуаплы бурыстар йөкмәтелгәнен беләбеҙ. Уларҙы хәл итеүгә нисек етди ҡарағанығыҙҙы беләбеҙ. Һайлау системаһының камиллашыуын аңлайым: яңылыҡтар, ҡануниәтте үҙгәртеүҙәр. Кешеләрҙе өйрәтергә, улар үҙгәрештәрҙе аңлаһын өсөн быға даими йәлеп итергә кәрәк. Был өлөштә беҙ – һеҙҙең ярҙамсыларығыҙ, — тине республика башлығы.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика