10:34 (UTC+5), 24 Апреля 2014

Республика Президенты: «Бөгөн бөтә власть кимәлдәренән социаль тотороҡлоҡто һаҡлау талап ителә»

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәлә сығыш яһаны. Ике көнлөк форумдың эше бөгөн, 24 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Владимир Чуров рәйеслегендә башланды.
- Бөгөн бөтә власть кимәлдәренән социаль тотороҡлоҡто һаҡлау, сәйәси көстәр, власть органдары һәм гражданлыҡ йәмғиәте араһында конструктив диалогтың үҫеше талап ителә. Был эштә ҙур яуаплылыҡ һайлау комиссиялары ағзаларында ята. Һеҙ үҙ илебеҙ менән идара итеүҙә ҡатнашыуҙа кешеләрҙең конституция хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итәһегеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты, власты легитимизациялау органдары булып торған, һайлау комиссиялары ағзаларының яуаплылығын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов, Украинала килеп сыҡҡан, ябай булмаған хәлгә баһа бирҙе һәм Ҡырымға үҙ сәфәренең яҡынса йомғаҡтары менән уртаҡлашты.
- Белогорск районы менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, әммә иң мөһиме – кешеләр, райондың активтары менән осраштыҡ. Белогорск халҡы беҙҙең Рәсәй власын юғары кимәлдә ҡабул итә, — тип билдәләне төбәк башлығы. — Кешеләр дәртле, изгелекле, ихлас, беҙгә ҡарата асыҡ. Властың был йылдарҙа кешеләргә күпте бирмәгәне күренеп тора.
Башҡортостан Президенты, Белогорск районы ғәҙәти һыу тәьминәтен мәхрүм ителгән, газ, юл юҡ, ҡырым татарҙары менән бәйле бик күп мәсьәләләр бар, тип һөйләне.
Ҡырым менән хәл, Президент әйтеүе буйынса, киләһене раҫлай: «әгәр власть кешеләр менән эшләмәһә, мәсьәләләренә иғтибар итмәһә, әлбиттә, бындай власть кәрәкмәй. Ул унан айырыла».
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика