11:50 (UTC+5), 24 Апреля 2014

Башҡортостанда Рәсәй Президентының майҙағы указдарын үтәү 100 процент менән тиерлек бара

Ғәлиә Нәбиева
- Башҡортостан – Рәсәй Президентының майҙағы указдарын үтәү 100 процент менән тиерлек барған күп булмаған төбәктәрҙең береһе. Эш хаҡы указдар менән билдәләнгән һәм унан саҡ юғары темптар менән бара, балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөйбөҙ, — тине Башҡортостан Президенты, Волга буйы һәм Урал федераль округтарына ингән, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән семинар-кәңәшмәлә сығыш яһап. — Былар барыһы ла демографик күрһәткестәрҙә ыңғай сағылыш таба. Республикала 60 меңләп бала тыуҙы.
Рөстәм Хәмитов ике көнлөк форумдың ҡатнашыусыларын республиканың ижтимағи-сәйәси иҡтисади хәле менән таныштырҙы.
- Яҡшы эшләйбеҙ, тип көрсөк күренештәре беҙгә лә килеп етте. 2014 йылдың беренсе кварталын бер ярым процентҡа кәмеү менән эшләнек, әммә икенсе-өсөнсө кварталдарҙа ҡаплаясаҡбыҙ.
- Торлаҡты сафҡа индереү буйынса яҡшы эшләнек. 2013 йылда Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләнек. 2,5 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ индерҙек, — тине республика башлығы.
Уҙған йылда инвестиция ресурстарының күләме, 270 миллиард һумға тиерлек етеп, һигеҙ процентҡа артты.
Рөстәм Хәмитов, киләһе йылда Өфөлә эре халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарыласаҡ, тип һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика