06:28 (UTC+5), 24 Апрель 2014

Башҡортостан Президенты Хакимиәте Өфө районында күсмә ҡабул итеү ойошторҙо

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Хакимиәте Өфө районының Дмитриевка ауылында граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙе үткәрҙе. Ике сәғәт эсендә белгестәргә бөтәһе 40-тан ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Бөтәһе лә Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов етәкселегендәге бер төркөм министрлыҡ һәм ведомство белгестәренән грамоталы консультация һәм ярҙам алды.
- Өфө районы буйынса мәсьәләләр бар, сөнки ул Башҡортостандың баш ҡалаһы биҫтәһе. Төҙөкләндереү, инженер коммуникацияларын төҙөү, ер бүлеү өлөшөндә хәлдәр ябайҙан түгел. Шуның өсөн халыҡтың үҙенән ысын хәлде белеү өсөн махсус күсмә ҡабул итеүҙе ойошторорға булдыҡ, — тип аңлатты БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары.
Халыҡ өсөн уртаҡ мәсьәләне – балалар баҡсаһына сиратты мәктәпкәсә учреждение мөдире ишеттерҙе. Әлеге ваҡытта 700-ләп ғаилә балаларын балалар баҡсаһына урынлаштырырға тырыша.
Рәмил Дилмөхәмәтов урындағы властың был мәсьәләне хәл итеү өсөн күргән саралары менән ҡыҙыҡһынды. Балалар баҡсаһы өсөн ауыл биләмәһендә урын барлығы асыҡланды, хәҙер ауыл биләмәһе балалар баҡсаһы төҙөлөшөн Республика адреслы инвестиция программаһын индерергә маташа.
Президент Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары ер бүлеүҙе тамамларға, типовой проект һайларға ҡушты, ә төҙөлөштө финанслау мәсьәләһен хәл итеүҙе үҙ контроленә алды. Шул уҡ ваҡытта, ағымдағы ремонт мәсьәләләрен хәл итеүгә урындағы депутаттарҙы ла әүҙем йәлеп итергә, муниципалитеттың маҡсатлы социаль программалар фондын ойошторорға кәрәклеге билдәләнде.
Уртаҡ проблема булып ауылда поликлиника төҙөлөшө ҡала. Әлеге ваҡытта ике ҡатлы бинаның ҡыйығы ябылған, әммә эштәр тағы ла туҡтаған.
Рәмил Дилмөхәмәтов, төбәк властары төҙөлөштө тамамларға әҙер, тип билдәләне. Төҙөлөп бөтмәгән бинаны рәсмиләштергәндән һәм уны ауыл биләмәһе балансына күсергәндән һуң, социаль объект төҙөлөшө тамамланасаҡ.
Ҡабул итеү барышында бер нисә тапҡыр тәбиғәт экологияһының насарайыуына, межалау, льготалы граждандар категорияһына ер биреү мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Белгестәр һәр айырым осраҡта хәлде асыҡланы.
- Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса республиканың ауыл биләмәләрендә күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторабыҙ. Өҫтәүенә кешеләрҙең проблемаларын бөтә йүнәлеш буйынса тотош бер төркөм белгестәр хәл итә. Дмитриевкаға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре килде, — тине, ҡабул итеүҙең йомғаҡтарына комментирий биреп, Рәмил Дилмөхәмәтов. — Был объектив яуап биреү, мәсьәләне аныҡ хәл итеү өсөн эшләнә. Мөрәжәғәттәр шулай уҡ Президент Хакимиәтенә килә, әммә граждандар менән осрашыу ваҡытында хәлде юлға һалыу өсөн күберәк нәмәләр эшләнә. Шуға күрә күсмә ҡабул итеүҙәр беҙгә лә, республика халҡына ла файҙалы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика