Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Апрель 2014, 13:01
Төбәк парламентарийҙары ҡырымдар өсөн «Газель» микроавтобусын һатып аласаҡ
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ҡырым халҡына матди ярҙам күрһәтәсәк. Закондар сығарыусылар, уларға депутат эшмәкәрлеге менән бәйле сығымдарҙы ҡаплауға бүленгән, аҡсаларҙы Ҡырымға ярҙамға күсереү тураһында тәҡдимде хупланы.
Керем аҡсаларының өлөшө «Газель» микроавтобусын алыуға йүнәлтеләсәк. Автомобиль Башҡортостан шефлыҡҡа алған Ҡырым Республикаһының Белогорск районына тапшырыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән.
Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев пленар ултырышта билдәләүенсә, был район «бик насар социаль-иҡтисади хәлдә».
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
бр дәүләт йыйылышы
ҡырымға ярҙам
белогорск районы
Читайте нас: