04:59 (UTC+5), 23 Апреля 2014

Рөстәм Хәмитов Рәсәй философтар йәмғиәте ағзалары менән осрашты

"Башинформ"
22 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй философтар йәмғиәте етәксеһе Вячеслав Стёпин, РФЙ вице-президенты Абдусалам Гусейнов, йәмғиәттең баш ғалим секретары Андрей Королев менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Өфөлә 2015 йылдың сентябрь-октябрендә «Философия. Толерантлыҡ. Глобалләштереү. Көнсығыш һәм Көнбайыш — донъяға ҡараш диалогы» VII Рәсәй философтар конгресын үткәреү мәсьәләләре тикшерелде. Конгрестың Башҡорт дәүләт университеты базаһында үтеүе күҙаллана.
Рәсәйҙән һәм яҡындағы сит илдәрҙән 1500, алыҫ сит илдәрҙән 50-ләп ҡатнашыусының килеүе көтөлә. Форумдың темаһы, Көнбайыш менән Көнсығыш менталитеттарын берләштереп, Европа һәм Азия араһында сиктә урынлашҡан, Башҡортостанда тарихи дуҫлыҡ йолаларының күсәгилешлеген һәм төбәктең географик урынлашыу үҙенсәлеген билдәләү.
- Философтар конгресы яҡшы үтһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Был ваҡиғала Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының ултырыштарынан һуң уҙасаҡ. Беҙҙең заманса отелдәр, яҡшы күргәҙмә һәм аралашыу майҙансыҡтары, конференция залдары әҙер буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Алданғы конгрестар Санкт-Петербургта (1997), Екатеринбургта (1999), Дондағы Ростовта (2002), Мәскәүҙә (2005), Новосибирскта (2009) һәм Түбәнге Новгородта (2012) уҙҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика