Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Апрель 2014, 13:03

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың сәнәғәт предприятиелары менән танышты

Стәрлетамаҡ районы буйынса эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Предприятиеның инженер-производство үҙәгендә республика башлығы технологик процестарҙы яҡшыртыу, продукцияның сифатын арттырыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнеүсе лабораторияны ҡараны.
Шулай уҡ бында Рөстәм Хәмитов ағас-полимер плиталар эшләү өсөн ҡулланылған полимерҙар етештереү менән танышты. Бөгөн республикала тик сеймал ғына етештерелә, ә әҙер продукцияны ситтән алалар.
- Беҙҙең төп маҡсаттар – Башҡортостанда импортты алмаштырыу һәм әҙер продукцияны алыу, — тине төбәк башлығы. – Әлегә беҙҙең бизнес баҙар талаптарына берҙәй тәьҫир итмәй. Был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә кәрәк.
Бынан тыш, Башҡортостан сода компанияһы территорияһында республика Президенты заманса һауаны бүлеү ҡорамалының төҙөлөшө менән танышты. Ҡорамал ябай һауанан уның компоненттарын: кислород, азот, анион, ксенон һәм криптонды бүлеү өсөн файҙаланыласаҡ. Яңы ҡулайламаның төҙөлөшө тураһында ҡарар 2011 йылда иҫке ҡулайламаның үҙ ресурстарын бөтөрөү менән бәйле ҡабул ителде.
Яңы линияның проект ҡеүәте сәғәтенә газ рәүешендә 20 мең кубометр азот, ете мең кубометр техник кислород һәм дүрт килограмм шыйыҡ техник кислород алырға мөмкинлек бирәсәк. Шундай ысул менән алынған азотты Стәрлетамаҡтың нефть-химия профилендәге сәнәғәт предприятиелары файҙаланасаҡ.
Предприятиеның белгестәре Рөстәм Хәмитовҡа хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ҡорамалды монтажлау эштәре 99,5 процентҡа тамамланған. Ҡулайламаны сафҡа индереү ағымдағы йылдың июленә билдәләнгән. Капитал һалыуҙар күләме бер миллиард һум тәшкил итте.
Шулай уҡ сәфәр барышында республика башлығы «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дистиллерлы шыйыҡсаның фильтрланыу бүлексәһен ҡараны. Был сода етештереүҙең ҡалдығы органик булмаған тоҙҙар иретмәһенән тора. Әлеге ваҡытҡа тиклем был шыйыҡса шламтуплауыстарҙа йыйылды, унда ҡаты һәм таҙартылған өлөштәргә бүлеү процесы барҙы. Һуңынан таҙартылған өлөшө Ағиҙел йылғаһына түгелде, ә ҡалғаны шламтуплауыстарҙа йыйылды.
Яңы ҡорамалда дистилле шыйыҡса ҡаты һәм шыйыҡ фазаларға фильтрҙан аша үтеү ваҡытында бүленә. Килеп сыҡҡан продукттарҙы ауыл хужалығында һәм төҙөлөш материалдарын етештереүҙә мелиорант сифатында файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Хәҙер соданы етештереү тулыһынса ҡалдыҡһыҙға әйләнәсәк.
Был ҡулайлама Германияның ANDRITZ AG концернынан килтерелгән. Быға оҡшаш дистилле шыйыҡсаны бүлеү ҡулайламаһы Рәсәйҙә әлегә тиклем юҡ ине. Инвестиция тотоноуҙарҙың күләме 600 миллион һумлап тәшкил иткән. Сафҡа индереү ағымдағы йылдың өсөнсө кварталына билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитов ҡулайламаны ҡараны, белгестәр менән аралашты. Компания вәкилдәре төбәк башлығына предприятиеның таҙартыу ҡорамалдарын киңәйтеү буйынса алдағы пландары тураһында һөйләне.
Автор:Розалия Вәлиева, Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: