04:55 (UTC+5), 21 Апрель 2014

Башҡортостан Президенты муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Арина Рәхимҡолова
Урындағы үҙидара көнөн байрам итеү алдынан Өфөлә республиканың иң яҡшы муниципаль хеҙмәт вәкилдәрен ҡотланылар. Тантаналарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
- Бөгөн Рәсәй был байрамды яңы сифатта – илебеҙгә ҡайтҡан ватандаштарыбыҙ – Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы халыҡтары менән бергә ҡаршылай. Был тарихи ваҡиғаның әһәмиәтен баһалау ҡатмарлы, ул беҙҙе илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн тағы ла берҙәмерәк, көслөрәк һәм ғорурыраҡ итте. Хәҙер ҡырымдарға күсеү осоронда ҡатмарлы мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ярҙам итергә кәрәк. Һәм беҙ һеҙҙең менән был эштә бик әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ. Ил етәкселеге беҙгә ҙур ышаныс күрһәтте – 14 иң иҡтисади ныҡ төбәктәр иҫәбендә, республикабыҙға Ҡырым Республикаһының Белогорск районына комплекслы ярҙам күрһәтергә ҡушылды, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы, республиканың хәҙер «55-се муниципаль районы» барлыҡҡа килде, тип билдәләне һәм Башҡортостандың муниципаль хеҙмәт вәкилдәрен унда территориаль планлаштырыу системаһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов, урындағы ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, халыҡта властҡа ҡарата ышаныу тойғоларын тыуҙырып, үҙ ауылы тормошонда әүҙем ҡатнаша, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Хәмитов төбәктең яҡшы макроиҡтисад күрһәткестәре тураһында һөйләне.
- Республика халҡы эшебеҙҙе юлдарҙың торошо, ихаталарҙың төҙөк һәм таҙа булыуы, йорттарыбыҙҙа йылы һәм һыу барлығы, урындағы мәктәп һәм дауахананың нисек эшләүе, ял итеү, мәҙәни күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙың булыуы буйынса баһалай. Ғөмүмән, ябай кеше тормошон билдәләгән ябай әйберҙән сығып. Урындағы үҙидараның роле йыл һайын көсәйә һәм ул объектив. Бөгөн урындағы үҙидара урындарҙа иҡтисад һәм социаль өлкәне нығытыуға етди инструмент ҡына булып ҡалмай. Урындағы үҙидара системаһы үҫешен заманса дәүләт төҙөлөшө моделдәренең нигеҙҙәре, ысын халыҡ идара итеү принциптарын нығытыу, яңы дәүләт һәм йәмәғәт тәртибен ойоштороу билдәләй, уның үҙәгендә – кеше, был территория халыҡтарының ихтыяжы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Башҡортостан Президенты уңышлы эш алып барған етәкселәрҙең исемдәрен атаны. Улар иҫәбендә Рәмил Йәмилев, Ирек Хәйбулдин, Наталья Лапшина, Айнур Иҙрисов, Камил Нафиков. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов яҡшы муниципалитет башлаҡтарына наградалар тапшырҙы. «Иң яҡшы ҡала округы» номинацияһында беренсе урынды Башҡортостандың баш ҡалаһы яуланы, икенсене – Октябрьский ҡалаһы, өсөнсөнө – Күмертау.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика