03:52 (UTC+5), 11 Апрель 2014

Башҡортостан халҡы 17 апрелдә Владимир Путинға һорау бирә ала

Ғәлиә Нәбиева
17 апрелдә Мәскәү ваҡыты буйынса 12 сәғәттә «Первый», «Россия 1», «Россия 24» телеканалдарында, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанцияларында йыл һайын уҙғарыла торған «Владимир Путин менән тура линия» программаһы сығасаҡ, тип хәбәр итә дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәте.
Уҙған йылдарҙағы тапшырыуҙарҙағы кеүек, Владимир Путин рәсәйлеләр менән аралашыу барышында илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Рәсәй Президентына һорауҙы, уҙған йылдарҙағы кеүек, студияға саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, шулай уҡ тура бәйләнеш ваҡытында, Рәсәй ҡалаларынан шылтыратҡан йәки берҙәм эшкәртеү үҙәгенә SMS-хәбәрҙәр ебәргән, шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр – ҡыҫҡа видеоһорауҙар яҙған, илдең граждандары бирә ала. Борсоған темалар буйынса Рәсәй Президентының фекере менән программаның сайтына (www.moskva-putinu.ru) инеүселәр ҙә ҡыҙыҡһына аласаҡ. Һорауҙар аҙна дауамында йыйыласаҡ.
Берҙәм эшкәртеү үҙәгенә һәм сайтҡа килгән иң ҡыҙыҡ һәм көнүҙәк һорауҙар Владимир Путинға тура эфир ваҡытында биреләсәк.
Берҙәм хаттарҙы эшкәртеү үҙәгенең эше 10 апрелдә башланды һәм программаның аҙағына тиклем дауам итәсәк. Уға Рәсәйҙең теләһе ҡайһы нөктәһенән 8-800-200-40-40 телефоны буйынса шылтыратырға була. Ҡала һәм кәрәҙле телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Ҡырым һәм Севастополь ҡалаһы халҡы өсөн быйыл махсус бушлай (495) 539-24-42 телефон һандары ҡаралған.
Интернет аша һорауҙы www.moskva-putinu.ru йәки www.москва-путину.рф адрестары буйынса бирергә мөмкин. Быйыл беренсе тапҡыр Президентҡа ҡыҫҡа видеомөрәжәғәт йәки кәрәҙле телефондар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт итергә була.
SMS-хәбәрҙәр формаһында һорауҙар тик Рәсәй бәйләнеш операторҙары телефондарынан 0-40-40 һандарына ҡабул ителәсәк. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорауҙы тик рус телендә генә ебәрергә мөмкин, күләме – 70 билдәнән күберәк түгел.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика