12:54 (UTC+5), 09 Апреля 2014

Иршат Фәхретдинов: «Ҡырымды һәм Севастополде ҡушыу — Ҡара диңгеҙ флоты позицияларын нығытыуҙа кәрәкле аҙым»

Арина Рәхимҡолова
Ишембай ҡалаһының 1-се гимназияһында, Ҡырымдың Рәсәй составына ҡушылыуына арналған, «Беҙ бергә!» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, тантаналар уҙҙы. Бындай сараларҙы үткәреү башланғысы менән «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы сығыш яһаны. Ишембай районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, был сарала Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов ҡатнашты.
«Ҡырым кирегә ҡайта!», «Беҙ бергә, бер ғаилә!» - бындай кәйефтәрҙе уҡыусыларҙың сағыу плакаттары сағылдыра.
Өлкән синыф уҡыусылары Рәсәй-Ҡырым мөнәсәбәттәре формалашыуы тарихын белеүҙе мауыҡтырғыс дәрес-студияла һәм класс сәғәтендә күрһәтте.
- Коллегаларым менән бергә, был тарихи ваҡиға бойомға ашырылғанда, үҙем дә тулҡынланыуҙы йәшереп ҡала алманым, — тип Ҡырымды Рәсәй составына ҡабул итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһына комментарий бирҙе Иршат Фәхретдинов. — Беҙ бөтәбеҙ ҙә Хөкүмәттең генә түгел, ә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да эшмәкәрлегенә ғорурландыҡ. Стратегик мөнәсәбәттә Ҡырымды һәм Севастополде ҡушыу – ул Ҡара диңгеҙ флоты позицияларын нығытыуҙа кәрәкле аҙым.
Ҡырымды Рәсәйгә ҡушыуҙан ике яҡ та ота: ҡырымдар бынан алып тотороҡло һәм стратегик көслө дәүләт ҡанаты аҫтында үҫешә ала, рәсәйлеләр үҙ сиратында иҡтисади һәм сәйәси ҡараштан перспективалы төбәкле булды, тип билдәләне депутат.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика