10:28 (UTC+5), 03 Апрель 2014

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡырымға китте

Сергей Захаров
3 апрелдә Башҡортостан делегацияһының Ҡырым Республикаһында сәфәре башланды. Делегацияны республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов етәкләй.
Хөкүмәт делегацияһы составына министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре, бизнесмендар инә. Ике көнлөк эш сәфәре барышында Ҡырым Министрҙар Советында осрашыуҙар планлаштырылған, унда ике Рәсәй республикаһы араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса республикала Ҡырым халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса йыйыу ойошторолғайны. 2 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, төбәк предприятиелары һәм халҡы был иҫәпкә 13 миллион 800 мең һумдан ашыу аҡса күсергән. Аҡса йыйыу дауам ителә.
24 мартта Башҡортостандан Ҡырымға дөйөм 75 тонна йөк менән дүрт фура составында гуманитар йөк менән автоҡарауан оҙатылғайны. Гуманитар миссия 2,5 мең километр оҙонлоҡта юлды уңышлы үтте.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика