05:27 (UTC+5), 31 Марта 2014

Тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағындағы Совет ағзалары төбәктәрҙең экологик вәкәләттәрен киңәйтеү яҡлы

Андрей Старостин
Эльвира Латипова
Тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә вәкәләттәрҙең децентрализация кәрәклеге, йома Өфөлә уҙған, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында тикшерелде.
Ултырыштың ябыҡ өлөшөнән һуң журналистарға РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич хәбәр итеүенсә, Совет ағзалары тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға ҡарата тәьҫир рычагтарының етерлек булмауы менән бәйле «нигеҙле дәғүәләрен» белдерҙе.
- Теге йәки был сәнәғәт предприятиелары, нефть эшкәртеү заводтары һәм башҡа хужалыҡ эшмәкәрлек субъекттары килтергән, экологик зыянға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе көйләү өсөн Федерация субъекттарының вәкәләттәре етерлек түгел, — тине Михаил Бабич. — Хатта федераль кимәлдә компетенция кимәле буйынса сикләнмәгән мәсьәләләр бик күп.
Шул уҡ ваҡытта антропоген хәл – төбәктәрҙең үҙ проблемаһы, ул «кешеләргә баҫым яһай», әммә «бер төркөм мәсьәләләр буйынса властың төрлө кимәлендә һөҙөмтәле саралар ҡабул итеү килеп сыҡмай».
- Һөйләшеүҙең асылы был өлкәлә вәкәлләттәрҙе бүлеүгә, Федерация субъекттарына үҙҙәренә етерлек киң вәкәләттәр биреү: экологик мониторинг алып барыу, боҙоусыларға ҡарата хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын файҙаланыу, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте ябай ғына үтәлһен өсөн түгел, ә заманса технологиялар үҫешенә, мониторинг системаһына, зыянды бөтөрөү системаһына һәм башҡаларға аҡса һалынһын өсөн, экологик стимулдар ойоштороуға алып барылды, — тине Михаил Бабич, ултырыш йомғаҡтары буйынса әҙерләнгән тәҡдимдәр, «файҙалы буласаҡ һәм байтаҡ өлөштә бойомға ашырылырға тейеш», тип билдәләп.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика