10:48 (UTC+5), 28 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов: «Экологик фондтар урындағы кимәлдә мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн кәрәк»

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктә экологик фондтар булдырыу кәрәклегенә комментарий бирҙе. Урындарҙа экологик хәлде төҙәтеү өсөн бындай структуралар ойоштороу тураһында тәҡдим кесе йома Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһы ултырышында яңғыраны.
- Был донъя практикаһы. Экологик фондтар күп илдәрҙә ойошторолған һәм эшләп килә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында 2008 йылда илебеҙҙә был практиканан ситләштеләр, — тине Рөстәм Хәмитов, ултырыштан һуң журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. — Бындай кеүек экологик фондтар беҙҙә юҡ. Һис шикһеҙ, ул урындағы властар алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн механизм ине. Хәҙер ул ғөмүмән асылда юҡ.
Был хәл дөрөҫ түгел, тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
- Экологик фондтар кәрәк. Кем тирә-яҡ мөхитте бысратҡан, шуларҙың түләүҙәре иҫәбенә кәрәк. Бөгөн урындағы кимәлдә мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа варианттары юҡ, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика