11:15 (UTC+5), 28 Марта 2014

Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы үтә

Эльвира Латипова
Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы үтә. Ул округта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, урман хужалығы, тәбиғәтте файҙаланыуҙы оптималләштерү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған.
Ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич алып бара. Төп доклад менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһай.
- Беҙҙә сәнәғәт үҫешә, бөтә яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Экологияға ауырлыҡ, һис шикһеҙ, үҫә, — тине Михаил Бабич. — Шуға күрә экология, тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәттәрен үтәү, экология мәсьәләләрен хәл итеүгә средстволар һалған, намыҫлы хужалыҡ субъекттарын иҡтисади дәртләндереүгә шарттар булдырыу мәсьәләләре фекер алышыуҙың темалары буласаҡ.
Ултырышта Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары министрлығы вәкилдәре, Советтың бөтә ағзалары ҡатнаша.
1 из 16
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика