06:56 (UTC+5), 27 Марта 2014

Өфө Волга буйы федераль округының закондар сығарыусылар ассоциацияһының 38-се ултырышын ҡабул итә

Ғәлиә Нәбиева
Бөгөн Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһының 38-се ултырышы ултырышы асыла.
Ассоциация ултырышында етем балаларҙың хоҡуҡтарын тикшереү планлаштырыла. БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса доклад менән сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан парламенты спикеры Башҡортостан миҫалында мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ведомство-ара эш итеү механизмдары тураһында һөйләйәсәк.
Хәҙер Рәсәй һуңғы йөҙ йылда өсөнсө етемлек тулҡынын кисерә. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбе Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң уларҙың күпме булыуы менән сағыштырырлыҡ.
Башҡортостанда етемлек менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә байтаҡ тәжрибә тупланған. Һуңғы йылдарҙа республикала етем балалар һәм балалар йорттары һандарының ярайһы уҡ кәмеүе күҙәтелә. 2008 йылдан алып Башҡортостанда ошондай алты учреждение ябылды.
Ултырыштың көн тәртибендә икенсе һорау тирә-яҡ мөхит һәм тәбиғәтте файҙаланыу мәсьәләләрен закондар йәһәтенән көйләү булып тора.
Көндөң тәүге яртыһында Волга буйы федераль округы төбәктәренең закон сығарыу йыйылышы рәйестәре Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханала буласаҡ, перинаталь медицинала заманса технологиялар һәм яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыу буйынса иҫкәртеү саралары тәржрибәһе менән танышасаҡ. Артабан закон сығарыусылар Өфөлә махсуслаштырылған Бала йортон ҡараясаҡ.
Волга буйы федераль округы ҡунаҡтарына М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль-педагогик оҙатыу буйынса инновацион проекттар презентацияһын тәҡдим итәсәктәр.
Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһының пленар ултырышы көндөң икенсе яртыһында уҙасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика