11:19 (UTC+5), 25 Марта 2014

Республика Хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәгән

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда лайыҡлы эш хаҡын тәьмин итеү, эш урындары булдырыу,торлаҡ проблемаларын хәл итеү буйынса системалы саралар тормошҡа ашырыла.
- Республика Хөкүмәте, Рәсәй Президентының майҙағы указдарын тормошҡа ашырыу буйынса юл карталары менән ҡаралған, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын үҫтереү өсөн маҡсатлы күрһәткестәрҙе тулы күләмдә башҡарҙы, — тине Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап.
Республика башлығы әйтеүенсә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы үҫеше темптары уртаса республика эш хаҡы үҫеше темптарын ике тапҡырға уҙҙы.
Йән башына уртаса аҡсалата килем буйынса Волга буйы федераль округтары төбәктәре рейтингында Башҡортостан бишенсе урынды биләй, илдә – 21-сене. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса был килемдәрҙең үҫеш темптары республикала Рәсәй Федерацияһына ҡарағанда 2,5 процент пунктына юғарыраҡ булды.
- Ыңғай үҙгәрештәр мәшғүллек өлкәһендә артты. Былтыр хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡланды. 2012 йылдан алып эшһеҙлек кәмене: рәсми – 1,3-тән алып 1,2 процентҡа тиклем, ә дөйөм – 6,1-ҙән алып 5,8 процентҡа тиклем, — тип билдәләне, депутаттар алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов. — Теркәлгән эшһеҙҙәрҙең кимәле 24 мең кешегә тиклем, йәғни 10 процентҡа кәмене.
Шуның менән бергә республикала эш хеҙмәттәренә ихтыяж һәм тәҡдим араһында дисбаланс һаҡлана, тип билдәләне Президент. Йыл эсендә ингән, өс меңдән ашыу вакансия өс тапҡырға эш эҙләүсе граждандар иҫәбен уҙа.
- Бындай шарттарҙа Башҡортостан Хөкүмәте, хеҙмәт баҙарының ысын талаптарынан сығып, мәғариф өлкәһен төҙәтеү, шулай уҡ кадрҙарҙы ҡабаттан әҙерләү системаһын үҫтереү буйынса мөмкинлектәр эҙләй, — тине төбәк етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика